Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
6 Июнь 2019, 09:12

Ҡалала ғына түгел, районда ла...

Башҡортостан буйынса йыл һайын район үҙәктәрендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа ике кино залы асыласаҡ.

Был эш “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Кино фондынан бер залға ҡорамалдар алыу өсөн биш миллион һум бүленә, тип хәбәр итте республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Проект 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән торлаҡ пункттарында тормошҡа ашырыла. Райондар халҡы премьераларҙы ҙур ҡалаларҙағылар менән бер көндә ҡарау мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Министр әйтеүенсә, субсидияға заявканы эшҡыуарҙар ҙа бирә ала – республикала был йәһәттән уңышлы өлгөләр бар.

Башҡортостан райондарында әле 20-нән ашыу заманса кино залы бар. Төбәк был күрһәткес буйынса илдең биш лидеры иҫәбендә.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: