Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
10 Июнь 2019, 17:27

Чили, Шри-Ланка, Сенегал... Кем генә килмәне беҙгә!

Йәкшәмбе көн “Берҙәмлек” фестивалендә ҡатнашыусылар Благовар районында һабантуйҙа булды.

Сара ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларҙы фестиваль директоры Артур Әлибәков менән CIOFF® комитеты Президенты Филипп Боссан ҡаршыланы.

Халыҡ артистар сығыш яһаған ҙур сәхнә янынан өҙөлмәне. Унда бер илде икенсеһе алмаштырып ҡына торҙо. Беларусь Республикаһынан килгән “Полешуки” халыҡ музыкаһы һәм йырҙары ансамбленең үҙенсәлекле сығышы күптәргә хуш килде.

Ҡырғыҙстан коллективы халыҡ уйын ҡоралдарына баҫым яһаны. Ҡаҙағстандың “Мурагер” коллективы ла тамашасылар күңелен яуланы. Тиҙ ритмдар һәм аҙымдар, сағыу костюмдар – быларҙы Төньяҡ Македония артистары күрһәтте. Гитарала уйнап, тәбиғәт көсөнә, мөхәббәткә, азатлыҡҡа арналған йырҙарҙы Чили ҡунаҡтары ишеттерҙе. Көньяҡ Корея, Шри-Ланка, Сенегал – ҡайҙан ғына килмәгәйне ҡунаҡтар! Үҙебеҙҙең йыр һәм бейеү ансамбле “Мираҫ”тың сығышын иһә тамашасылар ҙа, ҡунаҡтар ҙа үтә яратып ҡабул итте.

– Беҙҙең йолаларға ярашлы, ниндәй ҙә булһа эш башлар алдынан, Будданан фатиха һорайбыҙ. Сығыштарыбыҙҙың береһе “Пуджи” тип атала. “Пуджи” – илаһибыҙға арналған бейеү, – тине Шри-Ланканан килгән коллектив етәксеһе Гаминие Баснайаке. Әйткәндәй, улар 2017 йылда ла фестивалдә ҡатнашҡайны, тик составы ғына башҡа ине.

– Беҙ үҙебеҙҙең һәм һеҙҙең мәҙәниәт араһында бик күп уртаҡлыҡ таптыҡ. Биҙәүестәребеҙ оҡшаш, уларҙың мәғәнәһе бер. Беҙ үҙебеҙҙе бында өйҙәге кеүек хис итәбеҙ, – тине Чили ҡунаҡтары Сесилия Асторга менән Карлос Гонсалес.

Фестивалдә ҡатнашыусылар башҡорт, рус, татар, украин, немец халыҡтарының милли ихаталарын ҡараны, уларҙың кейемдәре, уйын ҡоралдары, көнкүреш әйберҙәре менән танышты, аҙыҡтарын тәмләп ҡараны. Теләгәндәр милли кәсептәр буйынса оҫталыҡ дәрестәрен алды.

Бөгөн иһә фестиваль ҡунаҡтары Иглин районында уҙған Этно-көндә ҡатнаша.
Читайте нас: