Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Июнь 2019, 22:28

Уйна, гармун, уйна...

Йәмле июнь айында республикабыҙҙың төрлө мөйөшөндә һабантуйҙар гөрләп үтә. Бишбүләк муниципаль районы һабантуйында ла йылдағыса, ат бәйгеһенән алып төрлө спорт ярыштары уҙғарылды, көн оҙоно уйын-көлкө, йыр-моң тынманы.

Әлеге байрам шуныһы менән дә үҙенсәлекле булды: һәүәҫкәр артистар сығышы менән бер рәттән гармун һәм баянда уйнаусылар араһында конкурс ойошторолдо. Был сара гармунда һәм баянда традицион уйындың униклаь жанрын тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатынан уҙғарылды. Унда айырым башҡарыусылар,төрлө ансамблдәр ҡатнашты. Концерт программаһында рус, башҡорт, татар, сыуаш көйҙәре һәм йырҙары яңғыраны. Балалар баянда уйнау буйынса үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.

“Гармундың алтын телдәре” гармунсылар һәм баянсылар конкурсында ҡатнашыусы дипломын Эльвира Байдәүләтова, Данияр Хәбибуллин, Флорида Шөғәйепова, Рауил Исмәғилев, Риғәт Шәйхетдинов, Даһи Шөғәйепов, Юрий Антонов, Валерий Иванов, Валериан Матвеев, Николай Попов һәм башҡалар алды.

10-18 йәшлектәр араһында (соло) III дәрәжә дипломға һәм ҡиммәтле бүләккә Арсен Зарипов, Константин Кудряшов, II дәрәжә дипломға Ләйлә Нәбиуллина, Рөстәм Ғиззәтуллин, I дәрәжә дипломға Гөлнәзирә Фазуллина эйә булды. Йәш музыканттарҙың етәксеһе – Галина Хәкимова.

19 йәш һәм өлкәнерәк (соло) категорияһында III дәрәжә лауреат булып Мәрүәр Исламов (Разыя ауылы) һәм Риғәт Саяпов (Ҡунаҡҡол ауылы), II дәрәжә лауреат – Александр Уткин (Каменка ауылы) һәм Валерий Попов (Киҫтәнле-Ивановка ауылы) булды, I дәрәжә лауреат Фирүзә Ғибаҙуллина (Ҡанбәк ауылы, Миәкә районы) булды.

Кескәй ансамблдәр һәм ансамблдәр номинацияһында II дәрәжә дипломға баянсылар Хәлит Минһажев һәм Шакир Сәйетгәрәев (Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы) дуэты һәм Ҡунаҡҡол ауылы Мәҙәниәт йорто гармунсылар ансамбле, I дәрәжә дипломға Аҙнай ауылы Мәҙәниәт йортоноң “Моң” баянсылар ансамбле һәм Ҡунаҡҡол ауылынан Риғәт Шәйхетдинов һәм Мәрүәр Исламов (Разыя) лайыҡ булдылар.

Гармунсылар һәм баянсылар район конкурсының гран-при хужаһы булып Аҙнай ауылынан Мәжит Миһранов танылды.

Тамашасылар һөйөүе призын Александр Уткин (Каменка ауылы) “Халыҡ башҡарыу традицияларын һаҡлаған өсөн” номинацияһында Владимир Пискунов (Дим ауылы), “Гармоникала уйнауға ҙөр өлөш индергәне өсөн” номинацияһында Заһит Төхвәтуллин (Яңы Бикташ ауылы) билдәләнде. Конкурсанттарҙың сығышын һәүәҫкәр артистар дауам итте.

“Яҡты юлдан” гәзитенән.
Читайте нас: