Ҡабатланмаҫ башҡорт йырҙарын халыҡсан да, яңы стилдә лә берҙәй сағыу итеп тамашасыларға еткереүсе “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөн Башҡортостанда ғына түгел, сит илдәрҙә лә яҡшы беләләр. Март айында был төркөм Сәғүд Ғәрәбстанында уҙған “Күсмә халыҡтар донъяһы” халыҡ-ара фестивалендә Рәсәй, улай ғына ла түгел ғәзиз Башҡортостаныбыҙ исеменән сығыш яһап, төрлө илдәрҙән килгән коллективтар араһынан гран-при (этномузыка номинацияһында) яуланы. Ә Айыт ауылы һабантуйында “Арғымаҡ” төркөмө егеттәре урындағы халыҡҡа, килгән ҡунаҡтарға үҙҙәренең ҡабатланмаҫ йырҙарын бүләк итте. Улар башҡарған "Ҡарабай", "Шайморатов", "Аҡһаҡ ҡола", "Ҡара юрға" һ.б. дәртле йырҙар тамашасы күңеленә хуш килде. Майҙанда яңғыраған дәртле көй-моң ыңғайына күптәр бейергә лә төштө.