Асыу тантанаһы ошо көндәрҙә музыканттың тыуған яғында — Мәсетле районының Әжекәй ауылында башланған «Әй ауазы» халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы барышында уҙҙы. Мемориаль таҡтаташты асыу хоҡуғы район башлығы Әнис Әсәҙуллин һәм ҡумыҙсының ҡыҙы Айһылыу Заһретдиноваға бирелде.
Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин күренекле музыкант тураһында ғорурлыҡ менән һөйләне, уны тыуған еренең ысын патриоты тип атаны. Районда «Әй ауазы» халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы уҙғарыла. Айһылыу Заһретдинова ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе һәм атаһы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
«Мемориаль таҡтаташ урыны итеп мәктәп осраҡлы һайланмаған. Йәштәр ошондай күренекле музыкант һәм педагог Роберт Заһретдинов кеүек уникаль кеше хаҡында белергә тейеш. Таҡтаташ ҡурай һәм ҡумыҙ моңо аҫтында асылды», — тип һөйләнеләр район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Сарала Роберт Абдрахман улының уҡыусылары: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы Гран-прийына лайыҡ булған Илһам Байбулдин, Ҡурайсылар берекмәһе рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы Гран-прийын яулаған Артур Ғайсаров, Алтай Республикаһының атҡаҙанған артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, ЮНЕСКО-ның махсус премияһы эйәһе Болот Байрышев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» халыҡ-ара конкурсы лауреаты, жюри рәйесе Миңлеғәфүр Зәйнетдинов сығыш яһаны.
Улар Роберт Заһретдиновтың күренекле, шул уҡ ваҡытта бик ябай кеше булғанын билдәләне. Ул ҡурай, ҡумыҙ һәм думбыра кеүек музыка ҡоралдарын донъя кимәленә сығарҙы.
Роберт Заһретдинов үҙе иҫән сағында Мәсетле районында ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы биш тапҡыр үткәрелде, ә 2017 йылда иҫәп буйынса алтынсыһы уның иҫтәлегенә арналды.