Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Июль 2019, 19:08

Милли музейҙа - «Яратҡан ҡалам» күргәҙмәһе .

Башҡортостандың Милли музейында республиканың - 100 һәм Милли музейҙың ойошторолоуына 155 йыллығына арнап, «Яратҡан ҡалам» тип аталған күргәҙмә эшләй башланы.

Күргәҙмәлә И.И. Урядов, В.С. Сыромятников, В.Э. Меос, А.Г. Королевский, А.Д. Бурзянцев кеүек ҡылҡәләм оҫталарының эштәре аша баш ҡалабыҙҙың төрлө дәүерҙәрҙәге йөҙө сағыла. Шулай уҡ Б.М. Пискунов, Н.А. Протопоповтарҙың һирәк эштәре урын алған.

Өфөнөң йөҙө быуатлап түгел, унйыллыҡтар, йылдар эсендә үҙгәрә. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы ҡайһы бер урындарҙы хәҙер бары тик рәсемдәрҙә, фотоларҙа ғына күреп була.
Читайте нас: