Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
30 Июль 2019, 08:58

Халыҡ әкиәттәре буйынса йәнһүрәт

«Башҡортостан» киностудияһы башҡорт телендә йәнһүрәттәр әҙерләй.

Һүрәт анимацияһы техникаһында өс-дүрт минутлыҡ биш фильм күңел асыу контентынан тыш, белем биреү йүнәлешендә лә төшөрөләсәк. Йәнһүрәттәр күңелле генә түгел, файҙалы ла буласаҡ.

«Әле эште яңы башлап ебәрҙек – әкиәттәр һайлайбыҙ, сценарийҙар яҙабыҙ, рәссамдар персонаждар уйлап сығара, эскиздар төшөрә. Һәр фильм төрлө жанрҙа һәм төрлө художество стилендә башҡарыласаҡ. Халыҡ көйө ҡулланыласаҡ», — тип һөйләне режиссер Рим Шәрәфетдинов.

Картина өҫтөндә республиканың бер нисә йәнһүрәтсеһе эшләй. Проект дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса 2,2 миллион һум күләмендә Башҡортостан башлығы грантын алды. Проект менән 2019 йылдың декабрендә таныштырыу күҙаллана.

Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты ярҙамында 2019 йылда заманса тел ресурстары, аудиокитаптар, йәнһүрәттәр барлыҡҡа киләсәк, балалар өсөн донъя әҙәбиәте классиктарының тәржемәләре башҡорт телендә нәшер ителәсәк, фестивалдәр, байрамдар һәм мәҙәни-мәғәриф акциялар уҙғарыласаҡ. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы – 72 миллион һумдан ашыу.
Читайте нас в