Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортон директоры итеп Солтанморатов Илгиз Замфир улы тәғәйенләнде. Ул Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институты директорының фән буйынса урынбаҫары, директор вазифаһын башҡарыусы, Республика халыҡ ижады үҙәгендә әйҙәүсе методист булып эшләгән. Йәш ғалимдарға республика дәүләт премияһы лауреаты, социология фәндәре кандидаты.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры итеп Мөхәмәтйәнов Рәфис Гәрәй улы раҫланды. Сәйетов Алмаз Рәсих улы иһә Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры.