Дим буйҙары
+7 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
МӘҘӘНИӘТ
9 Августа 2019, 13:38

Туймазы театры Мәскәүгә бара

Театр йылы уңайынан 28-29 сентябрҙә “Модерн” Мәскәү драма театры сәхнәһендә Туймазы татар дәүләт театры гастролдәре үтәсәк. Ул Башҡортостандың 100-йыллығына бағышлана.

28 сентябрҙә баш ҡала тамашасыһына Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” спектакле күрһәтеләсәк. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе ҡалалар театрҙары” проекты сиктәрендә сәхнәләштерелгән. Уның режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Азат Йыһаншин. Рәссамы – Юлиә Ғиләжева. Композиторы ¬– Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов.

29 сентябрҙә Әнғәм Атнабаев пьесаһы буйынса ҡуйылған "Игеҙәкләр” спектакле тәҡдим ителәсәк. Уның режиссеры Туймазы татар дәүләт драма театрының баш режиссеры Илнур Муллабаев. Рәссамы – Рөстәм Баймөхәммәтов. Композиторы – Илшат Яхин.
Читайте нас