Дим буйҙары
+11 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
МӘҘӘНИӘТ
13 Августа 2019, 09:47
“Тауыш. Балалар” башҡортса. Ҡатнашығыҙ!
Башҡортостанда “Балалар” йыр проектына кастинг иғлан ителде. Башҡортса йырлаған 4-12 йәшлек ҡатнашыусылар талап ителә.
Проект сентябрь-декабрь айҙарында барасаҡ. Балалар видеояҙмалар өсөн ҡыҫҡа текстар һәм йырҙар тауышландырасаҡ. Талаптар: дөрөҫ интонация, артислыҡ һәләте, балаларҙы ата-әсәләрҙең Өфөләге студияға алып килә-алып ҡайта алыу мөмкинлеге.
“Балалар” белем биреү порталы проекты республика халыҡтары һәм дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы грантын алды. Уға ярашлы, быйыл башҡорт телендә заманса аудиокитаптар, йәнһүрәттәр, тел өйрәнеү сығанаҡтары барлыҡҡа киләсәк.
Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн 8-987-049-64-36 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"