Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Август 2019, 08:56

Йырсы муллаларҙан көлгән

Ҡорбан байрамы мәлендә йырсы Салауат Фәтхетдинов менән күңелһеҙ ваҡиғалар булып тора икән.

Мәғлүм булыуынса, әле Ҡазанда яҡташыбыҙҙың концерттары бара. Үкенескә ҡаршы, йырсы муллалар хаҡында мәҙәк һөйләп, дин әһелдәренең зитына тейгән.

Шул сәбәпле, Татарстан Диниә назаратының "ВАКФ" фондының элекке етәксеһе, хәҙер мосолмандарҙың илһөйәрлек фонды генераль директоры Рөстәм Хәбибуллин "Бизнес Online" порталына хат яҙған, йырсының дин әһелдәренән ғәфү үтенеүен талап иткән.

Фонд етәксеһе йырсы үҙенең шаяртыуы менән руханиҙарҙы мыҫҡыллай һәм халыҡ тарафынан уларға ышанысты кәметә, тигән фекерҙә. "Татар мәҙәниәтенең күренекле вәкиле булараҡ, был һеҙҙе биҙәмәй. Ғәфү үтенеүегеҙҙе һорайым", – тигән ул.
Читайте нас: