Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Август 2019, 08:11

Милли проект – Республикала спектаклдәр интернетта тур аэфирҙа күрһәтеләсәк

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрының спектаклдәрен интернетта тура эфирҙа күрһәтесәктәр. Был хаҡта театр директоры Иршат Фәйзуллин хәбәр итә.

Үҙенсәлекле эш, уны «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса быйыл уҡ башлаясаҡтар. Тик бынан һуң театрға тамашасы йөрөрмө һуң тигән һорау тыуа, барыһы ла интернеттан ғына ҡарап ултырмаҫмы? Ысынлап та, «Мәҙәниәт» милли проекты театрҙарҙың тамашасыларын арттырырға тигән маҡсат ҡуя. Тура эфирҙан ҡарау түләүле буласаҡ, театрҙағы хаҡтан бер аҙ кәмерәк тә. Билеттар 350-400 һум тирәһе тора, театрға йылына 110 мең тамашасы килә. Шулай уҡ уның башдрамдың музейын да цифрлаштырмаҡсылар.

«Заман башҡа — заң башҡа» тигәндәй, ысынлап та, интернет театр һөйөүселәрҙең дә артыуына булышлыҡ итер, бәлки...

#национальныепроекты;

#нацпроекты;

#региональныепроекты;

#регпроекты;
Читайте нас: