Фәтих Кәрим музейы ауылда 1971 йылда уҡ асылған. Ваҡыт үтеү менән бинала ремонтҡа ихтыяж тыуған. Төҙөкләндереү эштәре Башҡортостан һәм Татарстан хөкүмәттәренең ярҙамы менән башҡарылған.
Объектты асыу тантанаһында патриот шағирҙың ҡыҙы Ләйлә Кәримова, Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, Татарстан Премьер-министры урынбаҫары Вәсил Шәйхрәзиев, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов һәм башҡалар ҡатнашты.
Ленара Иванова Фәтих Кәримде ҡаһарманлыҡ һәм ватансылыҡ өлгөһө тип атаны һәм әҙип шиғырҙарының башҡорт телендә нәшер ителәсәге хаҡында хәбәр итте. Ҡунаҡтар яңыртылған музей менән танышты. Сара аҙағында музейҙы төҙөкләндереүгә тос өлөш индергән кешеләргә наградалар һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.