Конкурс Рәсәйҙең 68 төбәгендә үткәрелгән. Унда Башҡортостандан биш мәҙәни учреждение ҡатнашып, шуларҙың икеһе еңеүсе тип танылған. Улар — Сибайҙағы һәм Ишембайҙағы сәнғәт мәктәптәре. Хәҙер республика виртуаль концерт залдарын йыһазландырыу өсөн 2 миллион һум аласаҡ.