Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Октябрь 2019, 08:53

Путинға ниндәй гравюра бүләк иткәндәр

Көнсығыш иҡтисади форумында Япония премьер-министры Синдзо Абэ Рәсәй Президенты Владимир Путинға бүләк иткән боронғо гравюра элек Ниигата музейында һаҡланған,тип хәбәр ителә.

Көнсығыш иҡтисади форумында осрашыу ваҡытында Синдзо Абэ Владимир Путинға сит ил караптары менән Ниигаты порты һурәтләнгән гравюра бүләк иткән. Картинаның үҙәгендә Рәсәйҙең “Джигит” карабы флагы күренә.“Әлеге бүләкте тапшырыуҙы Япония Тышҡы эштәр министрлығы тәҡдим итте”, - тип белдерә Ниигата мэры Яити Накахара.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Япония Хөкүмәте төрлө префектураларҙа яраҡлы бүләк эҙләгән, әлегә рус карабы һүрәтләнгән гравюра һаҡланған Ниигата һайланған.

Ниигаттагы Генеральный консул Михаил Сергеев билдәләп үтеүенсә, Рәсәй менән был ҡала араһында бәйләнештәр 1859 йылдың 22 апрелендә портҡа “Джигит” карабы кергән ваҡытта барлыҡҡа килгән.

#ВладимирПутин
Читайте нас: