Дим буйҙары
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Октябрь 2019, 12:06

"Мостай"ҙы ҡарайыҡ!

Башҡортостан үҙенең бөйөк шәхесе Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләргә әҙерләнә. 20 октябрҙә "Рәсәй 1" каналында "Мостай" документаль фильмы күрһәтеләсәк.

Ошо уҡ көндә Александр Галибиндың "Һеңлекәш" фильмы премьераһы була. Ә "Культура" каналы "Аҡыл эйәләре менән әңгәмәләр" циклынан "Мостай Кәрим" тигән документаль фильм тәҡдим итәсәк.

12 октябрҙә Мәскәүҙә Бәләкәй академия театрында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнап тантаналы кисә үтте. Сараның төп сараһы булып тап ошо Саида Медведеваның "Мостай" фильмы премьераһы торҙо ла инде. Уны булдырыуҙа Рәсәйҙең билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, театр һәм кино артистары ҡатнашты. Улар араһында Владимир Спиваков, Никита Михалков, Сергей Безруков, Иосиф Кобзон, Сулпан Хаматова һәм башҡалар бар ине.

Бер сәғәт дауам иткән был фильм халыҡ шағирының тормош юлына ҡыҫҡаса байҡау булып тора. Уның шиғырҙары һәм прозаһы, хәтирәләре Спиваков, Хаматова, Безруков һәм хатта Рейф Файнс тауышы аша еткерелә. Фильм авторҙары фекеренсә, халыҡ шағирының аҡыллы һүҙҙәре бер ваҡытта ла көнүҙәклеген юғаалтмай, уларға бер ниндәй сиктәр юҡ.

"Ниндәй генә осор кисерһәк тә, беҙ уның аҡылына таянабыҙ. Олатайға оҙаҡламай 100 йыл тула, ә шағир ғүмере яңы дәүерҙә яңынан башланғандай", - ти Мостай Кәримдең ейәне Тимербулат Кәримов.

Кадрҙар алмашына... Бына Мостай Кәрим һуғышта, ғаиләһе менән, партия съезы трибунаһында, өҫтәл артында кабинетында, тыуған Келәшендә, дуҫтары, яҙыусылар янында... Уның менән шәхси осрашыуын Иосиф Кобзон һәм Андрей Дементьев хәтергә ала. Никита Михалков атаһы менән Мостай Кәримдең дуҫлығы тураһында бәйән итә...

"Уның иҫән дуҫтарын да, һуңғы ваҡытта арабыҙҙан киткәндәрен дә төшөрөп өлгөрҙөк. Бында бик ҡиммәтле материалдар, үҙенсәлекле кешеләр. Атайымдың тыуыуына 100 йыл тулыуға ышанып та булмай. Был шул тиклем етди һандар", – ти Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова.

Фильмды Рәсәйҙә документаль һәм ғилми-популяр кино төшөрөү буйынса лидер һаналған "Мастерская" кинокомпанияһы төшөргән. “Кинолағы кешеләр – әҙипте шәхсән белгән, уның менән оҙаҡ ваҡыт аралашҡан шәхестәр", – ти "Мостай" фильмының сценарий авторы Татьяна Саломадина.

"Рәсәй бөгөн" агентлығы генераль директоры Дмитрий Киселев фильм тураһындағы фекере менән уртаҡлашып: "Ул бөтөнләй типик түгел. Совет кешеләре, бөгөн, ғөмүмән, башҡаса ҡабул ителә. Ул заман кешеләренән беҙгә күпте өйрәнергә була", – тине.
Читайте нас в