Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Октябрь 2019, 13:23

Радий Хәбиров иң матур башҡорт бейеүе өсөн бүләк әҙерләй

Радий Хәбиров башҡорт бейеүе флешмобын хуплап, иң яҡшы номер өсөн бүләк вәғәҙә итте. Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә республика кешеләренең сит илдәрҙә һәм ҡалаларҙа бейегән бер-нисә видеоһын һалған:

“Әйҙәгеҙ былай итәбеҙ: республика сиктәренән тыш йәки үҙебеҙҙә, тик ситтән килгән ҡунаҡ тарафынан башҡарылған иң матур башҡорт бейеү өсөн шәхси бүләгемде тапшырасаҡмын!”

Флешмобты Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Миләүшә Хәйбуллина иғлан иткәйне. #ятанцуюбашкирскийтанец #учубашкирскийтанец хештегә менән Миләүшә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында һәм илдәрҙә башҡорт бейеүен бейеп, видеоларын интернетҡа һала һәм башҡаларға челлендж (саҡырыу) ебәрә.
Читайте нас: