Дим буйҙары
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
19 Октябрь 2019, 10:31

Педагогия университетын Мостай Кәрим бюсы биҙәйәсәк

Кисә, 18 октябрҙә, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында мәшһүр әҙибебеҙ Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейына арналған саралар уҙҙы.

Уҡыу йортоноң өсөнсө корпусында тыштан инеүселәрҙе хәҙер Мостафа Сафа улының бюсы ҡаршы аласаҡ. Уны скульптор Юрий Солдатов гипстан яһап, бронза төҙөнә буяған. Әйткәндәй, һындың күсермәһе шағир һуңғы йылдарында йәшәгән Энгельс урамындағы йорттағы барельефты биҙәй.

Тантана мәлендә БДПУ ректоры Салауат Сәғитов Мостай Кәримдең университетта почетлы профессор исемен йөрөткәне тураһында әйтеп үтте. Байрамда шулай уҡ әҙиптең туғандары: ҡыҙы, М.Кәрим исемендәге фондтың башҡарма директоры Әлфиә Кәримованы, ейәне - М.Кәрим исемендәге фондтың учредителе Тимербулат Кәримовты, төрлө төбәктәрҙән һәм илдәрҙән ҡунаҡтарҙы күрергә мөмкин булды.
Читайте нас в