Дим буйҙары
-9 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Октябрь 2019, 10:10
Владимир Путин да ҡотланы
Рәсәй Президенты Владимир Путин республика халҡын, килгән ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең юбилейы менән ҡотланы. https://bash.rbsmi.ru
Уны әҙиптең 100 йыллығына арнап "Торатау" конгресс-холында ойошторолған тантаналы сарала сәхнәнән Рәсәй Президентының мәҙәниәт буйынса кәңәшсеһе, Лев Толстойҙың бүләһе Владимир Толстой уҡып ишеттерҙе. Ҡотлау хатында "Мостай Кәрим – башҡорт ерендә тыуған мәшһүр шағир, йәмәғәт эшмәкәре, шәхес!" тигән юлдар бар.
Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Ильяс Магомед-Саламович Умаханов үҙ сығышында башҡорт шағиры әҫәрҙәренең бөгөн дә барыһын илһамландырыуы хаҡында әйтте һәм Федерация Советы рәйесе Валентина Матвеенконың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.
Ҡаҙағстандың дәүләт секретары Крымбек Кушербаев әҙиптең әҫәрҙәре бөгөн ҡаҙаҡ теленә яңынан тәржемә ителеүен әйтте һәм Ҡаҙағстан Президенты Ҡ. Туҡаевтың ҡотлауын уҡыны.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"