Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Ноябрь 2019, 16:28

Александр Невский орденына лайыҡ сәнғәт әһеле

РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, М.Горький исемендәге Ырымбур дәүләт өлкә драма театрының художество етәксеһе Рифҡәт Исрафилов Александр Невский орденына лайыҡ булды.

Бүләкләү тураһындағы указға РФ Президенты Владимир Путин 11 ноябрҙә ҡул ҡуйған. Документҡа ярашлы, юғары дәүләт наградаһы яҡташыбыҙға күп йыллыҡ һөҙөмтәле эшсәнлеге, Рәсәй мәҙәниәте һәм сәнғәте үҫешендәге хеҙмәте өсөн бирелгән.

Рифҡәт Исрафилов – Мәсетле районында тыуып-үҫкән данлыҡлы театраль режиссер һәм педагог, Рәсәй Дәүләт премияһы, Башҡортостан һәм С.Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, РФ Театр әһелдәре берлеге секретары. Ярты быуатҡа яҡын актер, баш режиссер, М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе булып эшләгән. 1997 йылдан алып - М.Горький исемендәге Ырымбур дәүләт өлкә драма театрының художество етәксеһе.

"Өмөт" гәзите.
Читайте нас: