Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Ноябрь 2019, 12:32

Фольклориада республикаға күпмегә төшәсәк?

Башҡортостан бюджетында киләһе йылға Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүгә 300 миллион һум ҡаралған. Респуб­ликаның финанс министры Лира Иҡтисамова Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай комитеты ултырышында был донъя кимәлендәге форумды үткәреүҙә федераль үҙәк тарафынан да финанс ярҙамға иҫәп тотабыҙ, тип билдәләне.

Бөтә донъя фольклориадаһы дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә һәм актуаль заманса төрҙә кешелектең традицион мәҙәни мираҫын күрһәтергә һәм уны һаҡларға ярҙам итергә тейеш. 2020 йылдың йәйендә Башҡортостан ике аҙнаға театрлаштырылған уникаль майҙансыҡҡа әүереләсәк. Унда донъяның 80-дән ашыу иленән өс меңгә яҡын артист республика халҡына һәм ҡунаҡтарына үҙҙәренең традицион музыкаһын, бейеүҙәрен, халыҡ кәсептәрен, аш-һыуын, костюмдарын һәм сәхнә сәнғәтен күрһәтеү өсөн берләшәсәк. Шул уҡ ваҡытта, фестивалгә килеүселәр күҙәтеүселәр булып ҡына ҡалмайынса, халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау, ғәҙәти булмаған милли ризыҡттарҙы татып ҡарау, төрлө халыҡтарҙың традицион сәнғәттәренә өйрәнеү мөмкинлеге лә аласаҡ.

Мәғлүм булыуынса, VI Бөтә донъя фольклориадаһы 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына ҡәҙәр уҙасаҡ.
Читайте нас: