Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Ноябрь 2019, 18:56

Халыҡ бөйөк улын онотмай

"Рәсәй – Ислам донъяһы" форумы сиктәрендә Рәсәй Ислам университеты бинаһында легендар шәхес, башҡорт халҡының бөйөк улы, күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовҡа мемориаль таҡтаташ асылды.

"Рәсәй – Ислам донъяһы" форумы сиктәрендә Рәсәй Ислам университеты бинаһында легендар шәхес, башҡорт халҡының бөйөк улы, күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовҡа мемориаль таҡтаташ асылды.

Шул иғтибарға лайыҡ, Кәрим Әбдерәүф улының исеме Ер йөҙөндә киң билдәле. Яҡташыбыҙ 1892 йылда Бишбүләк районының Дүсән ауылында тыуған, ул Һарайлы-Мең ырыуы башҡорто, Рәсәйҙең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле булып, йәш Совет Республикаһы менән ғәрәп-фарсы донъяһы араһында йылы мөнәсәбәттәр урынлаштырыуға тос өлөш индергән. Кәрим Хәкимов Әбдел Әзиз ибн Сәғүд династияһы башлығының һәм нигеҙ һалыусыһының яҡын дуҫына әйләнгән, Ғәрәбстан ярымутрауындағы ябай халыҡтың ышанысын яулаған.

Кәрим Хәкимовтың исеме хөрмәткә лайыҡ, мәңге халыҡ хәтерендә. Кәрим Әбдерәүф улының нәҫеле Зарема Ғиндуллина туғанын онотмағандары өсөн сараны ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Читайте нас: