Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Ноябрь 2019, 18:59

Сыр менән иттән ләүәш

Был бәлеште бешерер өсөн ҡамыр баҫып торорға кәрәкмәй.

Уның өсөн беҙгә ләүәш – 2-3 йәймә, ит фаршы – 500 грамм, ҡуйы һөт 10 % ҡуйылығында – 170 грамм, йомортҡа – ике дана, башлы һуған – ике дана, ҡаты сыр – 180 грамм, тоҙ, борос, ит өсөн тәмләткес кәрәк буласаҡ.

Тәүҙә һуғанды таҙартып, ваҡлап турап, табаға һалып көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Шунан фарш өҫтәп ебәрәбеҙ. Иттең һуты сыҡҡансы, ҡыҙарғансы тоҙ, борос, тәмләткес өҫтәп быҡтырабыҙ. Сырҙы эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Сынаяҡҡа йомортҡаны һытып туғыйбыҙ, уға ҡуйы һөттө ҡушып болғатабыҙ.

Артабан ләүәшкә әҙер ит фаршын йәйеп һалабыҙ. Өҫтөнә әҙерәк сыр һибәбеҙ. Рулет формаһында урайбыҙ. Ҡалған ләүәштәрҙе лә шулай уҡ фаршлап урайбыҙ ҙа табаға спираль рәүешендә бөкләп һалабыҙ. Ҡырылған сыр һибәбеҙ һәм алдан әҙерләнгән шыйыҡсаны өҫтөнә ҡоябыҙ.

Алдан йылытылған мейескә 180 градусҡа 40 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ. Төшкө ашығыҙ тәмле булһын!


Читайте нас: