Дим буйҙары
+19 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
МӘҘӘНИӘТ
17 Декабря 2019, 14:59
Архитектура ҡомартҡыһын ватҡан өсөн 25 миллион һум штраф!
БР-ҙың Юғары суды мәҙәни мираҫты — Нехаев урамында урынлашҡан “Оҫтаханалы йорт”то юҡҡа сығарған Финат Ниғмәтовҡа ҡарата язаны үҙ көсөндә ҡалдырҙы.
БР-ҙың Юғары суды мәҙәни мираҫты — Нехаев урамында урынлашҡан “Оҫтаханалы йорт”то юҡҡа сығарған Финат Ниғмәтовҡа ҡарата язаны үҙ көсөндә ҡалдырҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнөң Ленин суды архитектура ҡомартҡыһын тергеҙеү һәм ғилми-проект документацияһын төҙөү өсөн вандалға 25 миллион һум түләргә ҡушҡайны. Бынан тыш, Юғары суд ғәйепләнеүсегә 40 мең һум штраф өҫтәп сәпәгән.
Сама менән XIX быуат аҙағы – XX быуат башында төҙөлгән "Оҫтаханалы йорт"тоң хужаһы Финат Ниғмәтов өй урынында медицина клиникаһын төҙөргә теләгән. Ә Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы боронғо бинаны ватырға рөхсәт бирмәгән.
Ниғмәтов, бинаның дәүләт һаҡлауы статусы барлығын белмәнем, тип аҡланған.
"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән