Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Декабрь 2019, 17:27

Сосланбек Тавасиевтың тыуыуына – 125 йыл

Бөгөн, й!әғни 25 декабрҙә Салауат Юлаев һәйкәленең скульпторы Сосланбек Тавасиевтың тыуыуына 125 йыл тула.

С.Тавасиев 1894 йылдың 25 декабрендә Терск өлкәһе Фаснал тип аталған таулы ауылда тыуа (әлеге Төньяҡ Осетия-Алания республикаһы).
Ул - Осетияла беренселәрҙән булып Ҡыҙыл Байраҡ Ордены менән бүләкләнгән скульптор. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Тавасиев ғаиләһе Стәрлебаш ауылына эвакуацияланған. Башҡортостанда йәшәгәндә уның Салауат Юлаевҡа һәйкәл төҙөү идеяһы барлыҡҡа килә. Мемориалды 1967 йылда урынлаштыралар. Ул Өфөнөң визит карточкаһы булып тора.
С.Тавасиевтың ейәне Ростан Тавасиев: “Салават Юлаев скульптураһы өҫтөндә бик оҙаҡ эшләй, һәм ул ысындан да иҫ киткес матур килеп сыға. Сәнғәт әҫәренең шундай йоғонтоға эйә булыуы бик һирәк хәл ул. Һәйкәлде күреү менән шатлыҡ, тетрәнеү һәм тулҡынланыу кисерә башлайһың”.
Был һәйкәл өсөн С.Тавасиев 1967 йылда БАССР-ҙың Халыҡ рәссамы исеменә лайыҡ була, ә 1970 йылда Художество академияһы тарафынан алтын миҙал һәм СССР-ҙың Дәүләт премияһы менән бүләкләнә. Владикавказда Сосланбек Тавасиевтың тағы бер монументаль скульптураһы урынлашҡан – ул Коста Хетагуров һәйкәле. Шул уҡ ҡалала Тавасиевтың генерал Плиев бюсы ла урын алҡан.
“Өмөт” гәзитенән.
Читайте нас: