Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Декабрь 2019, 10:02

Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙар слеты

Бер генә Яңы йыл да бүлктәрһеҙ, байрам ҡотлауҙарынан hәм, әлбиттә, ул байрамдың төп геройҙары — Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан башка була алмай. Әлбиттә, уларҙан башҡа ниндәй байрам була һуң? Яңы йыл бына-бына килеп етә, hәм барыһы ла түҙемһеҙлек менән байрамды һәм барлыҡ теләктәрҙе лә үтәү өсөн тылсым эйәһе Ҡыш бабайҙы көтә.

Ә 23 декабрҙә райондың үҙәк майҙанында халыҡ тиҫтәләгән тылсымсы hәм уларҙың ейәндәре менән таныша алды. Ә бының сәбәбе — hәр ауыл биләмәһенең Яңы йылдың төп геройҙарын йыйған Ҡыш бабай hәм Ҡарһылыуҙар слеты. Улар бик мөhим миссия — боҙ ҡаласығын асыу өсөн килде. Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, майҙанда бик күп халыҡ йыйылды. Барыһы ла конкурс-уйын программаһында актив ҡатнаштылар, әйлән-бәйлән, бейеү hәм төрлө уйындар һәр кем күңеленә хуш килде. Балалар айырыуса һоҡланды, сөнки шул ҡәҙәр күп Ҡыш Бабайҙы ҡайҙа күрергә була әле. Улар бик теләп шиғырҙар һөйләне hәм әкиәт персонаждары менән фотоға төштө. Ҡыш бабай үҙҙәренең ейәндәре менән төркөм конкурстары уҙғарҙы, hәм, әлбиттә инде, балаларҙың береһе лә татлы күстәнәсһеҙ һәм бүләкһеҙ ҡайтып китмәне. Сараның кульминацияһы — райондың төрлө төҫтәге йөҙләгән уттар менән төп шыршыһын асыу тантанаһы булды. Сара бик күңелле, матур hәм онотолмаҫлыҡ килеп сыҡты, тимәк, районда Яңы йыл байрам сезоны асыҡ!

Айгөл Гәрәева.

Автор фотоһы
Читайте нас: