Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
МӘҘӘНИӘТ
22 Января 2020, 07:05
VI Бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем уҙасаҡ VI Бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек буйынса эшлекле һөйләшеү үткәрҙе.
-Бөтә донъя фольклориадаһы барышында республикабыҙға 80-дән ашыу илдән өс меңдән артыҡ артист киләсәк. Байрам республика ҡала һәм райондарының 72 майҙансығында барасаҡ, – тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы ижади әүҙемселәр, ҡунаҡтар сығыш яһаясаҡ майҙандарҙы әҙерләү, хәстәрләү, йәшәү урындарын тәртипкә килтереү, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү эштәрен йөкмәтте.
Фольклориадаға әҙерлек барышы тураһында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров һөйләне. Уның әйтеүенсә, сараға әҙерлек 2015 йылдан башланған. Республиканың район һәм ҡалалары һәр береһе үҙ төбәгендә Фольклориаданы ойоштороу буйынса юл карталарын әҙерләй.
Был ҙур сара “Өфө-Арена”ла асыласаҡ. Унда Рәсәйҙең иң көслө фольклор коллективтарының, шул иҫәптән М. Пятницкий исемендәге дәүләт академия урыҫ халыҡ хороның сығыш яһауы көтөлә. Фольклориаданы ябыу тантанаһы “Ватан” этнопаркында буласаҡ.
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"