Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Ғинуар 2020, 11:30

Башҡортостандың райондарында мәҙәниәт объекттары һалынасаҡ

Яңы биналар төҙөлөшө Йылайырҙа һәм Илеш районында башланасаҡ

Йылайырҙа һәм Илеш районының Ябалаҡ ауылында быйыл яңы мәҙәниәт объекттары һалына. Төҙөлөшкә аҡса «Мәҙәниәт» милли проекты нигеҙендә бүленә. Был турала «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитетында милли проекттың үтәлешенә контроль буйынса эш төркөмө ултырышында мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина һөйләне. Программа яңы объекттар төҙөүҙе, шулай уҡ ғәмәлдәгеләрен төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә ала. Былтыр милли проектҡа Башҡортостандан биш мәҙәниәт учреждениеһы инде. Улар – Салауат районының Мөрсәлим ауылындағы клуб, Түбәнге Ҡыйғы ауылындағы заманса кинозал, Дыуан һәм Бөрйән райондарындағы реновация, Миәкә районындағы мәҙәниәт усағына капиталь ремонт. «Әле быйылға төбәк проекттарының паспорты раҫлана, – тине Наталья Лапшина. - Йылайырҙа һәм Илеш районының Ябалаҡ ауылында яңы биналар төҙөлөшө мотлаҡ башланасаҡ. Реновация үтәсәк объекттарға ҡағылышлы мәғлүмәт һуңыраҡ буласаҡ»
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите.
Фото: twitter.com
Читайте нас: