Дим буйҙары
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Февраль 2020, 18:05

12 февраль - Рәми Ғариповтың тыуған көнө

Күпме генә йәшәй ерҙә кеше?Күҙ аса ла бары күҙ йома!Шул күҙ асып йомған арала лаКүпме кәртә ятҡан юлына:Әле аслыҡ, әле һуғыштары,Әле бола, әле ялғаны,Ғәҙелһеҙлек, донъя ваҡлыҡтары –Сылбыр төҫлө киткән ялғанып!..Ә ҡасан һуң кеше үҙ ғүмерен,Үҙ тигәнсә үтеп, тамамлар?..Кешеләргә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ,Ҡәҙергә лә хаҡлы бит улар!..

Егерме йыл үткәс...

Егерме йыл үткән.
Егерме йыл! –
Атай өйҙән сығып киткәнгә.
Күпме кәкүк ғүмер һанап киткән
Алыҫ яҙҙа һуғыш бөткәнгә.
Тик әсәйем һаман төштә күрә
Ҡайтып кермәҫ беҙҙең атайҙы.
- Ҡайтҡан, имеш, - тиеп,
Һөйләй-һөйләй,
Көтә-көтә әсәй ҡартайҙы.
Бына бөгөн дә ул,
Сәйен яһап,
Төшөн һөйләй тағы...
Бер үк төш!
- Хас элекке төҫө,
Кейеме лә
Үҙгәрмәгән, имеш,
Шул килеш...
Тере микән әллә,
Йөрөй микән
Сит илдәрҙә генә тилмереп?
Әллә инде уйлап ҡуйа микән:
“Булһа ине, тиеп, бер күреп?..”
Изге төштәр!..
Һис бер юрау, яуап
Табалмайһың һин был төштәргә,
Тик теш ҡыҫып, тағы тотонаһың
Атайҙарҙан ҡалған эштәргә.
Егерме йыл үткән...
Егерме йыл –
Сабыр, һаран, ҡайнар йәш менән...
Инде беҙ кермәһәк ине тағы
Һөйгән ҡатындарҙың төшөнә!
Читайте нас: