Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Февраль 2020, 15:10

«Яратҡан эшем менән шөғөлләнәм һәм бик тә бәхетлемен!»

Йәш талантлы йырсы, алып барыусы, шоумен Илнур Муллағәлиев яңы 2020 йылға «Туғаныма» йырына уңышлы премьера менән аяҡ баҫты.

2019 йыл Илнур өсөн ижади планда бик бай hәм һөҙөмтәле булған — уның ике яңы «Ғаилә усағы» (Флүрә Шәрипова музыкаһы hәм һүҙҙәре) hәм «Туғаныма» (йыр авторы — уның әсәһе Зөлфиҙә Зөфәр ҡыҙы Муллағәлиева) йырҙарының релизы булған. Тап бына уға Яңы йыл байрамдары алдынан режиссер Марат Абдюшевтың төшөрөү төркөмө Бишбyләк районында Илнурҙың барлыҡ ғаиләһе ҡатнашҡан клип төшөргән. 31 декабрҙә клиптың премьераһы булған. Илнур Бишбүләктә ижади ғаиләлә тыуған. Бала саҡтан ата-әсәһе менән бергә йырлаған. Муллағәлиевтарҙың ғаилә ансамбле тамашасылар тарафынан танылды hәм бар республика буйынса күп кенә тыnлаусыларҙың йөрәген яуланы. Улар ижади hәм вокал һәләттәре менән генә түгел, актив гражданлыҡ позицияһы менән дә айырылып тора. Муллағәлиевтар патриотик hәм әхлаҡи тeрбиә биреүгә, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға hәм үҫтереүгә айырым иғтибар бирә, призлы урындар яулап, төрлө конкурстарҙа hәм фестивалдәрҙә ҡатнаша. Илнурҙың махсус музыкаль белеме юҡ, уның кеүектәрҙе «табиғәттән һәләтле», тиҙәр. Ул Бишбүләк ауылының 2-се урта мeктәбен тамамлағас, Урал дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға керә. Бында уның ижаи эшсәнлеге башлана ла инде. Икенсе курстан ул музыка менән ныҡлап шөғөлләнә башлай
— Мәктәптә рэп мәҙәниәте менән мауыҡтым, хатта рэп яҙдым heм уҡыным да. Ул ваҡытта был мауыҡтырғыс ине. Университетта музыка менән етди шөғөлләнә, алып барыусылар менән тауыш оператор сифатында сараларға сыға башланым. Атә-әсәләр миңә тауыш аппаратураһы һатып алды, мин уны тиҙ үҙләштерҙем. 2012 йылда алып барыусы булараҡ, Бишбүләктә үҙем беренсе туй үткәрҙем. Был сараға етди ҡараным, үҙ өҫтөмдә күп эшләнем. Туй ябай түгел ине — гангстер стилендә — эшләпәләр, үҙенсәлекле кейем стиле, пистолеттар, ҡыҫҡаһы, мафия. Туй стиленә тура килгән сценарий, конкурстар әҙерлек эшенә ике аҙнаға яҡын ваҡыт китте. Дөйөм алғанда, барыһы ла кoтөлгәндән яҡшыраҡ уҙҙы. Барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды, hәм шул ваҡыттан алып барыусы карьерам башланды. Тауыш операторы сифатында минең менән оҙаҡ ваҡыт һеңлем Илзидә эшләне, хәҙер ҙә ҡайһы берҙә минең менән сыға. Ул миңә дискотека hәм фон музыкаһын табырға hәм һайлауҙа hәр яҡлап ярҙам итә, — ти Илнур.
Университетты тамамлағандан һуn, Илнурҙы армияға алалар. Ул хеҙмәт итeргә ҙур теләк менән китә, сөнки уның бит өлгө алырлыҡ кешеһе бар: атаһы Ғаяз Мәхмүт улы Муллағәлиев Афғанстанда һуғыш хәрәкәттәрендe ҡатнашыусы hәм ветеран. Башта Свердловск өлкәһенең Юғары Пышма ҡалаһында элемтә ғәскәрҙәрендә дүрт ай хеҙмәт итә, унан һуң уны Екатеринбург ҡалаһы үҙәк хәрби округы штабының мотоуҡсылар ғәскәрҙәренә күсерәләр. Армиянан ул кесе сержант званиеһында, отделение командиры булып әйләнеп ҡайта. — Полиция хеҙмәткәре булырға теләгәйнем дә, әммә музыкаға ынтылыш көслөрәк булып сыҡты. Мин яратҡан эшем — ижад менән шөғөлләнәм hәм бик бәхетлемен! Йырҙар яҙам. Әлбиттә, атай-әсәйемә, ғаиләмә ярҙам итеүҙәре өсөн бик рәхмәтлемен. Атай-әсәйем миндә музыкаға ҡарата һөйөү тәрбиәләне. Республикабыҙ ҡалалары hәм райондары буйынса hәм ситтә күп йөрөргә тура килә. Һәм миңә был оҡшай. Һуңғы ваҡытта Татарстанда йыш ҡына булабыҙ. Яңы ижади идеялар эҙләп, туй стилистикаһы нигеҙендә ҡыҙыҡлы сценарийҙар, конкурс миҙгелдәре уйлап сығарам, — тип дауам итә Илнур.
Илнур үҙен йырсы-башҡарыусы булараҡ таныта. Ул райондың дөйөм мәҙәни сараларында, конкурстарҙа даими ҡатнаша. Күптән түгел улар ғаиләһе менән бергә «Ҡурай Даны» беренсе милли телепремияһында «Ижади ғаилә» номинацияһында еңеүсе булды. Уның репертуарында бик күп татар hәм рус башҡарыусыларының йырҙары, әммә хәҙер үҙ йырҙары ла бар. Әйтәйек, «Ғаилә усағы» йыры Илнур 2018 йылда яратҡан ҡыҙы, Яҙгөлгә өйләнгәс, яҙылған. Ул тулыһынса ирен хуплай hәм уға ярҙам итә, бынан тыш, улар бергә эшләй. Язгөл Илнур менән берлектә саралар үткәрә hәм музыкаль яҡтан яуап бирә. Уның ижадына музыкант, Аҙнайҙың «Хазина» фольклор ансамбле аккомпаниаторы ағаһы Зәлир Зөфәр улы ҙур өлөш индерә, музыка hәм фонограммалар яҙыуҙа әүҙем ҡатнаша. Алда Илнурҙың пландары hәм идеялары күп, киләһе йыл да күпте вәғәҙә итә һәм перспективалы булыр, тип көтөлә. Тиҙҙән уның яңы йыры сығасаҡ, уның авторы Илнур үҙе. Кем күп эшләй, ул, hис шикһеҙ, юғары һөҙөмтәләргә ирешәсәк.
Илнур Муллағәлиев ышаныслы аҙымдар менән маҡсатына табан атлай, яңы ижади үрҙәр яулауҙа уның ҡыҙыҡлы идеялары күп. Башҡаса була ла алмай, сөнки уның шундай көслө терәге — музыкаль ғаиләһе бар!
Айгoл Гәрәева.
Фото Илнур Муллағәлиевтың шәхси архивынан
Читайте нас: