Үткән йылда Рәсәйҙең 78 төбәгенән 500 ғариза ҡабул ителгән. Улар араһынан 110 китапхана еңеүсе тип табылған. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда Благовар, Дүртөйлө, Туймазы райондарында өс моделле китапхана эш башлаясаҡ. Уларҙы булдырыу өсөн федераль бюджеттан 20 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Был проекттың маҡсаты – күрһәткән хеҙмәттең сифатын күтәреү, китапханаларҙың фондын арттырыу, интернетҡа сығыу мөмкинлеген тәьмин итеү, заманса китапханалар селтәре булдырыу. Уҡыусыларҙың заманса фәнни һәм нәфис әҙәбиәт өлгөләре, һанлаштырылған матбуғат саралары менән танышыу мөмкинлеге артасаҡ. Шулай уҡ моделле китапханаларҙа түңәрәктәр, консультация пункттары, бәхәс клубтары эшләйәсәк, мәҙәни-ағартыу саралары үтәсәк.