Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Март 2020, 14:10

70 өйлө ауыл егете Париж сәхнәһен яулай!

Рәсил Сәғитов – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының йәш артисы. Бөгөнгө көндә ул туған коллективы менән Европаның иң ҙур сәхнәләрендә гастроль тамашалары менән сығыш яһап йөрөй. Бынан бер нисә көн элек башҡорт артистарының сығыштарын Париж тамашасыһы алҡышланы. Артабан – Бельгия, Италия сәхнәләре.

Рәсил – Баймаҡ районының Түбәнге Таулыҡай ауылы егете. Сания һәм Рәмил Сәғитовтарҙың дүрт балалы ҙур, татыу ғаиләһендә тыуып үҫкән ул. 70 кенә өйҙән торған ауыл малайының балет сәнғәте тип аталған ҙур донъяға юлы нисек башланған һуң? Был хаҡта Рәсилдең әсәһе Сания ханым бына нимәләр һөйләне:
– Рәсил - беҙҙең баш балабыҙ. Ул үҫкәндә Түбәнге Таулыҡайҙа башланғыс мәктәп эшләй ине әле. Дүртенсе класҡа Үрге Таулыҡайға, урта мәктәпкә уҡырға барҙылар. Бер көн мәктәпкә Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжынан малайҙар йыйырға килгәндәр. Һығылмалылыҡ, буй-һын йәһәтенән ҡарап, Рәсилде имтиханға саҡырҙылар. Шулай итеп, улыбыҙ әлеге колледжға уҡырға инеп, 11 генә йәшендә тыуған йортонан айырылып сығып китте. Бер ҡасан да “ҡайтам, ауыр, һағынам”, тип ултырманы, тырышып уҡып, “балет артисы” тигән һөнәр алып сыҡты. Диплом алғансы уҡ уны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына эшкә саҡырҙылар. Һөнәрен ярата улыбыҙ. Уның уңыштарына беҙ ҙә ҡыуанабыҙ. Париж сәхнәһендәге бейеүенең видеоһын ебәргәс, улыбыҙҙың шундай ҙур, һоҡланғыс сәхнәләрҙә солист булып йөрөүен күргәс, күҙгә йәштәр тулды, күңелдә ғорурлыҡ хистәре тыуҙы. Иҫән-һау ғына булһын, бер ай дауам итәсәк гастролдәрҙән имен-аман йөрөп ҡайтһын, тигән изге теләктәр генә юллайбыҙ.
Әлбиттә, ғорурланырлыҡ! Әле Рәсилгә 20 генә йәш, уңыштары, еңеүҙәре алда булһын! Бәләкәй генә ауылдан сыҡҡан егеттең миҫалы теләк булғанда һәр кемдең маҡсатына ирешә алыуын, үҙеңде асыу өсөн сиктәр булмауын асыҡ күрһәтә.
Фото: С. Сәғитованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас: