Проект планы буйынса, «Нуриев көндәре» «Нисек балерина булырға» тигән мауыҡтырғыс бер актлы балет менән башланып китәсәк.
Концерт аҙағында студенттар Санкт-Петербург балетмейстеры Александр Полубенцевтың «В честь танца» тигән постановкаһын тәҡдим итәсәк. Әлеге номер бөйөк бейеүсе Рудольф Нуриевҡа хөрмәт йөҙөннән башҡарыласаҡ.