Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Март 2020, 20:25

Фольклориада ҡунаҡтары ниндәй райондарҙа буласаҡ?

Йәмғеһе сараға 79 илдән 2500-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Һәр районда концерт, милли кейемдәр парады, ҡул эштәре күргәҙмәләре ҡаралған.

“Үҙәк” округта 13 илдән: Австрия, Болгария, Боливия, Бразилия, Венгрия, Италия, Ҡытай, Нидерланды, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Португалия, Словакия, Таити (Французская Полинезия), Хорватия ҡунаҡтарын Иглин (20 июль), Ҡырмыҫҡалы (21 июль), Шишмә (22 июль), Кушнаренко (23 июль), Нуриман районы (24 июль), Благовещен (25 июль), Архангель (26 июль), Өфө (27 июль) райондары ҡабул итә. Ә 28 июлдә – Этно-көн!
“Төньяҡ-көнсығыш” округына ете илдән: Аргентина, Ботсвана, Мысыр, Канада, Ҡытай Тайбеяһы, Сербия, Чехия илдәренән ҡунаҡтар килә. Балаҡатай (21 июль), Ҡыйғы (22 июль), Салауат (23 июль), Мәсетле (24 июль), Дыуан (25 июль) саралар уҙғара, ә Этно-көн 26 июлдә ҡаралған.
“Төньяҡ” округ туғыҙ илдән ҡунаҡ ҡабул итә: Әрмәнстан, Гондурас, Индонезия, Камерун, Коста-Рики, Тажикстан, Украина, Франция, Көньяҡ Корея вәкилдәренә Үрге Тәтешле (21 июль), Бөрө (22 июль), Борай (23 июль), Мишкә (24 июль), Асҡын (25 июль), Ҡариҙел (26 июль), Иҫке Балтас (27 июль) байрам ойоштора, ә Этно-көн – 28 июлдә.
“Төньяҡ-көнбайыш” округ һигеҙ илдән: Грузия, Кот-д’Ивуара, Пуэрто- Рико, Төньяҡ Македония, Словения, Чили, Эстония, Япония вәкилдәрен ҡаршылай. Яңауыл (21 июль), Дүртөйлө (22 июль), Ҡалтасы (23 июль), Үрге Йәркәй (24 июль), Краснокама (26 июль) райондары, Ағиҙел (27 июль), Нефтекама ҡалалары (25 июль) байрам саралары ойоштора, Этно-көн – 28 июлдә.
“Көнбайыш” округы һигеҙ илдән: Беларусь, Греция, Мексика, Перу, Үзбәкстан, Финляндия, Швейцария, Көньяҡ Африка илдәрен ҡаршылай. Благоварҙа (21 июль), Бүздәктә (22 июль), Шаранда (23 июль), Баҡалыла (24 июль), Октябрьский ҡалаһында (25 июль), Саҡмағошта (26 июль), Туймазыла, (27 июль), ә Этно-көн – 28 июлдә.
“Көньяҡ-көнбайыш” округы ете илдән: Босния һәм Герцеговина, Бөйөк Британия, Израиль, Непал, Сент-Винсента һәм Гренадины, Төркмәнстан, Шри-Ланка илдәренән ҡунаҡтар ҡабул итә. Дәүләкәндә (21 июль), Бишбүләктә (22 июль), Йәрмәкәйҙә (23 июль), Бәләбәйҙә (24 июль), Әлшәйҙә (25 июль), Ҡырғыҙ-Миәкәлә (26 июлдә), ә Этно-көн – 27 июлдә.
“Көньяҡ” округы 10 илдән: Әзербайжан, Бенин, Һиндостан, Колумбия, Люксембург, Молдова, Румыния, Того, Эль-Сальвадор илдәрен ҡунаҡтар ҡабул итә. Әзербайжан, Бенин, Колумбия, Люксембург вәкилдәренә Ишембай (21 июль), Ауырғазы (22 июль), Ғафури (23 июль), Салауат ҡалаһы (24 июль), Стәрлетамаҡ районы (25 июль), Стәрлетамаҡ ҡалаһы (26 июль) байрам ойоштора, ә Этно-көн – 27 июлдә.
Молдова, Румыния, Того, Эль-Сальвадор ҡунаҡтары Мәләүез (21 июль), Стәрлебаш (22 июль), Федоровка (24 июль), Күмертау ҡалаһы (25 июль), Стәрлетамаҡ ҡалаһы (26 июль) халҡы менән осраша, ә Этно-көн – 27 июлдә.
“Көньяҡ-Көнсығыш” округы ете илдән: Испания, Ҡаҙағстан, Кипр, Панама, Тунис, Төркиә, Швеция ҡунаҡтарын ҡабул итә. Хәйбулла (21 июль), Баймаҡ (22 июль), Йылайыр (23 июль), Күгәрсен (24 июль), Сибай ҡалаһы (25 июль), Ейәнсура районы (26 июль) байрам ойоштора, ә Этно-көн – 27 июлдә.
“Көнсығыш” округы 10 илдән: Албания, Гватемалы, Германия, Ҡырғыҙстан, Латвия, Парагвая, АҠШ, Таиланд, Черногория, Эквадора вәкилдәрен ҡабул итә. Белорет ҡалаһы (21 июль), Әбйәлил (22 июль), Бөрйән (23 июль), Учалы (24 июль), Белорет районы (25 июль) байрам ойоштора, ә Этно-көн – 26 июлдә.
Читайте нас: