Дим буйҙары
-13 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
5 Март 2020, 17:10

Кескәй принцессалар балы

7 мартта Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында йолаға әүерелгән «Кескәй принцессалар балы» була.

Хәйриә сараһы һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн ойошторола.
Уға тотош республиканан 250 ҡыҙ саҡырылған. Былтырғы кеүек үк, хореография колледжы уҡыусылары опера һәм балет театрында байрам һәм әкиәт мөхитен тыуҙыра. Сарала ҡатнашыусыларҙы форма кейгән кавалерҙар – Өфө юридик институты студенттары оҙатып йөрөйәсәк. Көндөҙгө сәғәт 12-лә Грек залында тамаша башлана, һуңынан ҙур бал ойошторола, унда һәр ҡунаҡ ҡатнаша ала. Йәш принцессаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә «Осоусы карап» спектакле күрһәтелә, һәр «принцесса»ға иҫтәлекле бүләктәр ҙә әҙерләнгән.
Сараны ойоштороусылар — Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова патронажы аҫтында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы.
Читайте нас в