Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
10 Март 2020, 10:55

Заманcа китапханалар арта

Заманcаформаттағы китапханаларҙы асыу “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла.

Башҡортостанда 2021 йылда моделле китапханалар төҙөүгә ғаризалар 23 марттан 9 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Унда барлыҡ ҡала һәм райондар ҡатнаша ала. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнә, улар яңы форматтағы китапханалар асыуға федераль аҡса аласаҡ.
Әйткәндәй, 2020 йылда Башҡортостанда өс моделле китапхана булдырыла. Район үҙәк китапханаһы (Благовар районы), Әсән ауыл китапханаһы (Дүртөйлө районы) һәм Ҡандра ауыл китапханаһы (Туймазы районы) заманса эш форматына күсә. Уларҙы модернизациялауға федераль бюджеттан 20 миллион һум йүнәлтелә. Аҡса биналарҙы яңынан йыһазлауға, фондтарҙы арттырыуға һәм интернет-ресурстарҙан файҙаланыуҙы тәьмин итеүгә тотоласаҡ.
Башҡортостанда 2024 йылға тиклем “Мәҙәниәт" милли проектының “Мәҙәни мөхит” мәҙәниәт инфраструктураһының сифатлы яңы үҫеш дәрәжәһен тәьмин итеү» төбәк проектын тормошҡа ашырыу даирәһендә 20 моделле китапхана булдырыу күҙаллана.
#миллипроекттар#төбәкпроекттары#Башҡортостанпроекттары
Читайте нас: