Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Март 2020, 16:10

Ун көнлөк ғүмер

Төн. Һыу шикелле аяҙ айлы төн. Арманһыҙ булып арып барып йығылғайны түшәгенә Зөмәрә. Күҙе эленгәненә бер нисә минут та үтмәне, әллә төш, әллә һатышыу ғәләмәте, тертләп уянды ла ҡуйҙы.

Эргәһендә ятҡан телефоны экранын яндырып сәғәтен ҡараны. Ун биш минут ҡына киткән беренсегә.
Әллә ҡәйнәһе инде инде төшөнә?
"Абау! Килен! Бәпесте тонсоҡтораһың бит?!"-тип ҡысҡырғандай булды тағы.
Әйтерһең дә, Зөмәрәнең башы осона килеп өндәштеме ни?!
Ҡыҙыҡ, төш булдымы был, әллә ҡабаттан өндө төштә күреп ятыумы?
Зөмәрә ятып сыҙай алмай эске күлдәктә генә тәҙрә аша төнгө күкте, бейектән төнгө урамды күҙәтә башланы. Төнөн дә ҡала тынмай шул. Сағыу фарҙарын яҡтыртып ҡырмыҫҡалай сабышҡан машиналар ул-был яҡҡа уҙып китәләр.
Күҙҙәре тыштағы һәр хәрәкәттең артынан эйәреп маташһа ла, Зөмәрәнең уйҙары нисәнсе ҡат төшөнә ингән бер үк һүҙҙәрҙе эҙәрлекләп бер була.
Төнгө ҡала өҫтөн яҡтырҡан тулған ай "ояһы" - офоҡ артында ғына кеүек уның ғүмеренең иң матур, ғәмһеҙ саҡтары...
Эйе, уйһыҙ ине Зөмәрә ул мәлдәрҙә. Күңеленә килгән яҙа уйҙан ғына яралғандыр кеүек ошо яңғыҙ яфалы көндәре һәм үкенсле йоҡоһоҙ төндәре. Ҡасандыр күҙенә эленгән ваҡытһыҙ йоҡоһо өсөн бар ғүмеренең ярты төнөн йоҡоһоҙ уйҙарҙа ҡамсыланырға бурыслы кеүек тоя башланы үҙен.
Ҡуйынын мәхрүм итмәҫтән сабый алып та ғәмен баҫып ҡараны, барыбер бер үк һүҙҙәр төштән өнгә ҡайтарып уята ғына. "Килен, бәпесте!"
Тәүге осоро ҡараңғы юҡҡа ҡуйынын һыпырып тонсоғор сабыйын, тертләтеп өндәшкән ҡәйнәһен эҙләне йәш ҡатын, аҙаҡ ҡасандыр өндә булғандың хәҙер тик төшкә генә ҡалғанына әсенеп үкһеп иланы.
Бер кеме юҡ янында уны йыуатыр, тик мендәр генә күҙ йәштәрен һеңдереп еүешләнә. Ә бит тормошо бөтөнләй башҡаса ла булыр ине...

Заһир менән Зөмәрә ҡалала танышты. Икеһе лә студент. Заһир - техник вуздың һуңғы, ә Зөмәрә медуниверситеттың тәүге курсында уҡый ине.
Тәү танышҡан көндән күптәнге дуҫтар кеүек аралашты ла киттеләр. Тора бара танышлыҡ һөйөүгә әүерелде. Бер-береһе өсөн генә яратылғандай иш ине улар.
Заһир диплом алып эшкә урынлашты, араны ара-тирә һағынышлы хат юлдары һыуытманы.
Фармацевтика факультетын һайлағанға Зөмәрә бер аҙ бошоноп та ҡуйҙы, Заһирҙы юғалтыр кеүек күреп өҙгөләнде.
Тик сабырлыҡ еңде, ҡыҙыл дипломлы Зөмәрә бәхетенән осоноп бейегәндә Заһир уға тәҡдим дә яһаны.
Ҡасандыр Заһирҙың кәләше булыу хаҡында хыялланһа ла, Зөмәрә бер аҙ аптыранғайны шул саҡ. Шымыраҡ, үҙ һүҙен әллә ни асылып әйтеп бармаҫ Заһирҙан был хәбәрҙе бөгөн үк булыр тип уйламағайны ла.
Себер тарафтарында вахта менән йөрөп эшләгән егет, оҙаҡҡа һуҙмай өҙә һуғып шул йәйҙә үк оҙатып алып та ҡайтты ҡыҙҙы үҙ ауылдарына. Оҙатылып төшһә лә, йәш белгес булараҡ, Зөмәрә район үҙәгенә йөрөп, дарыуханала эш башланы.
Яратыу, яратылыу, яратышыу... Ярты-ярты йәндәр берләшеүенән яралған яңы йән, әле генә башланып торған тормоштарында тәүге фекерҙәр яньялына алып килде лә инде.
Үҙендәге сәйер үҙгәрештәрҙе күргән Зөмәрә, медик булараҡ һиҙенһә лә, тикшерелеп ауырлы икәнен асыҡлағас, Заһирға ҡыуаныс итеп түгел, хәсрәтле генә итеп һүҙ башлағайны:
— Алты йыл буйына уҡып, исмаһам "подьемный" аҡсамды ла алырлыҡ эш күрһәтә алмаҫмын инде. Бала ҡосаҡлап бутҡаға батып ултырырмынмы?!
— Зөмәрә, ни тигән һүҙең был, ҡәҙерлем?! Ниндәй бутҡа ла, ниндәй аҡса хаҡында һүҙең?
Зөмәрә шул саҡ врач яҙған белешмәһен Заһир ҡулына тоттороп, үсеккәндәй һырты менән боролоп ауыҙын турһайтҡайны.
Ҡыуанысынан билдәренән ҡыҫып ҡосоп, Заһиры Зөмәрәне күккә сөйөп, күбәләктәй өйрөлтөп бер булғайны. Янып торған күҙҙәре ҡыуаныс бөркә, ярһып типкән йөрәге һәр кем ишетерлек кеүек тибә ине.
— Заһи-и-ир, бәлки кисектереп торорбоҙ?! Эшләйек әле, мал туплайыҡ, үҙебеҙ өсөн йәшәйек әҙерәк...бәпәйгә ни, өлгөрөрбөҙ...
— Зөмәрә, улай тимә, ярамай! Бала яралған икән, тимәк яҙмышы яҙылған. Ә аҡсаға ҡытлыҡ һис булмаҫ, малы ла йыйылыр, икәү өсөн хатта өсәү өсөн дә әҙермен туң ер аҫтынан нефть эҙләргә, - тигәйне ул.
Зөмәрәне барыбер ниндәйҙер ҡәнәғәтһеҙлек йонсотто, юҡ-барға көйәләнеп ҡуҙғыусан булып китте. Бар дарыуҙар ҙа ҡул аҫтында, әллә әле бәләкәс кенә ауырын үҙ белдеге менән өҙөргә лә ҡуйырғамы?! Күпме, нисек эсергә икәнен дә кемдәндер кәңәшләшеп йөрөйһө түгел, врач яңылышҡан икән, организмымда "сбой "булған тиер ҙә аңлатыр, тикшереп төптәшеп торор тиһеңме ни,--тип уйлаған саҡтары йышланы.
Әллә нисә ҡабат кәрәкле дарыуҙы ҡулына алып, һауытынан ҡутарған саҡта, йә берәйһе килеп инә, йә телефоны шылтырап аҙаҡҡа ҡала барҙы йәшертен "эш".
Иртәгә, булмаһа унан һуң, унан һуң да һуң булмаҫ...
Зөмәрә көн шылдыра торғас ауырына ла күнекте, хатта икеле уйҙарын да, сумкаһы кеҫәһенә һалған "йән өҙгөс" дарыуҙы ла онотто...
Тулғағы тотоп ауырығансы өйҙә ятып, Заһиры ҡулында күтәртелеп кенә бала табыу йортона ингәйне ул.
Яр һалып ярты төн ауыуға туп-тумалаҡ улы доньяға килде. Сабыйының ирендәрен сәпелдәтеп күкрәген һурыуынан бар ауыртыныу-һыҙланыуҙары һыпырылып ташланылғандай онотолдо.
Әллә иланы Зөмәрә, әллә ҡыуанды, күҙҙәренән йәштәре ағып сыҡты хатта.
Кем өйрәткән һуң был кескәй сабыйға әсәй түшен матҡып имергә? Йүргәк осо моронона тейеү менән нисек "оҫта" ғына ауыҙын ҙур асып тамаҡ эҙләй һуң ул! Әйтерһең дә ояла ятҡан ҡошсоҡ.
Төн йоҡоһон йоҡламай кескәй Кешенән күҙен алмай бер булды йәш әсә. Ирендәренән һөтөн дә йыя алмай иҙерәп йоҡлаған сабый йоҡо аралаш берсә йылмая, берсә йөҙөн һытып сытырая.
Күпме тырышмаһын, башҡа ҡатындар ише иҫе китеп йоҡлай алманы Зөмәрә дауаханала. Әллә тулҡынланыуы, әллә көтөүҙәренең бәхетенән башы әйләнде, аңламаны ла. Заһир йүгерә-саба әле тамаҡ, әле кәрәк-яраҡ ташып бала табыу йорто юлын тапаны.
Ҡайтыр көндәрен тиҙләтергә тырышып сәғәт-минуттарҙы һанап ашыҡтырҙы Зөмәрә. Заһирының ҡулына биләүҙәге улын тотторор мәлде алдан күҙаллап тәьҫирләнде.
Һау- һаҡ әсәнең сабыйы менән өйөнә ҡайтыр көн дә етте. Үҙенән ҙур сәскә гөлләмәһе тотоп Заһиры менән ҡәйнәһе килде лә менән алып та сыҡтылар Зөмәрәне.
Бәпес тыуғансыға тиклем әйбер алып әҙерләнергә ярамай тигән хөрәфәтте тотоп, бер ни алмағайнылар. Ҡайтыу менән йәш атай оҫтаға сәңгелдәк эшләтеүгә заказ бирергә сығып китте, ҡәйнә кеше бөтөрөлөп килененә мунса әҙерләргә тотондо.
Бәхетле ине Зөмәрә. Тик, бәхете ун көнлөк кенә булды...

… Заһир район үҙәгенә сабыйға таныҡлыҡ алырға тип, ҡәйнәһе исем ҡысҡыртырбыҙ, мулла - абыстайҙар саҡырып киләм тип сығып йүгергәйне.
Бәпәйенең еүеш аҫтын ҡоротоп, имеҙеп ҡосаҡлап ултырҙы ла Зөмәрә, телевизорҙа барған тапшырыуҙы ҡарап бәпесен эргәһенә һалып диванға ятты. Дауаханала йоҡламаған йоҡолор инде, ауылға ҡайтҡас аяҡтан йығылырлыҡ ойоп йонсой ине, шул арала ла йоҡлап та киткән. Ҡәйнәһенең аҙарынып ҡысҡырып ебәреүенә генә уянып китте:
— Абау! Килен! Бәпесте тонсоҡтораһың бит!
Һуң ине шул. Әле генә ҡулдарын болғап ятҡан кескәй йән, әсәһенең һөт тулы түше кескәй бит-йөҙөн ҡаплауына ҙур итеп күҙҙәрен асып, ирен ҡырынан һөттәрен ағыҙып тын ҡалған ине.
Зөмәрә тәненең эҫеле-һыуыҡлы булып китеүен һиҙеп, ни илай ҙа алмай албарғып, йүргәкте тағатып йәнһеҙ тәнде һелкетеп ҡараны. Һуң ине шул...
Бер туҡтауһыҙ ҡойола башлаған әсе күҙ йәштәре аша бәпесте ыуғылап йөрәген тыңлап ҡараны.
Туҡтаған ине тибеүҙән кескәй йөрәк. Ҡәйнәһе йүгертеп алып килгән фельдшер ҙа баланың үлемен раҫланы.
Иртәнсәк кенә аяҙ көн, әйтерһең дә түмһәрелеп, күҙгә эленгән әҙ генә йоҡонан һуң көҙгә әйләнгән. Һыуыҡ. Шыҡһыҙ. Бар доньяның ҡыуанысын әйтерһең дә ошо диванда ятҡан кескәй генә йомарлаҡ сабый үҙе менән алған...
Бер аҙҙан бер ни белмәгән йәш атай улына коляска-уйынсыҡтар тейәп ҡайтып та төштө. Шешенгән әсәй, илаған ҡатыны йөҙөн күреп, һиҙенгән йәш атай уҡтай атылып төпкө бүлмәгә үтеп, йәнһеҙ малайы күтәреп үкһене.
— Айбулат! Айбулат улым! Ас күҙҙәреңде! Йә, йә!
Нимә булды? Ни өсөн...
Иҙәнгә сүгәләп үкһеп үкергән иренә хәл айышын аңлатырға Зөмәрәнең хәле етмәй ине. Ярай әле фельдшер булды. Ҡәйнәһе лә өнһөҙ һыҡтаны...
Айлы төндә тыуған айҙай йөҙлө Айбулат, көн яҡтыһын бер тапҡыр ҙа күрә алмай ҡалды. Тере сағында ата- инәһе аша ишеткән исемен үле ҡолағына мулла өс ҡат ҡысҡырҙы.
Ун көн ғүмер өсөн яратылған сабый айлы төндә тыуып, салт аяҙ көн үҙәгендә һалҡын ер ҡуйынына инеп ятты шулай. Кисә генә ошо йорт тупһаһында бәхет ҡошо ҡанат ҡаҡһа, бөгөн килеп хәсрәткә мансылған ине ул.
Ололар йәш атай-әсәйгә сабырлыҡ теләп, Айбулаттың арты хәйерле булыуын, күрер көнгенәһе шулай аҙ булғандыр, тип таралышты. Шыҡһыҙ тынлыҡ.
Өрҙөктә элеүле буш сәңгелдәк... Кейелмәгән суҡлы күлдәктәр, сабый ҡулы теймәгән уйынсыҡтар...
Нимәгә генә тотонһалар ҙа улғыналары иҫтәренә төшөп тик торҙо. Тәүге фотолар, бысранып йыуылмай ҡалған йүргәктәрҙәге танһыҡ бала еҫе...
Заһир бөтөнләй Зөмәрә яғына күҙ ҙә һалмай башланы. Башын баҫып ашай ҙа тын ята, төнгөлөккә бөтөнләй икенсе бүлмәгә бикләнеп ҡала ине йә. Һалҡын түшәк, еүеш мендәр, һыҙлатып һөт һығылған түш һис кенә лә йоҡо бирмәне Зөмәрәгә лә. Түштәрен һыпырып-һыпырып һауып, һыға бәйләп ҡараһа ла ваҡыты-ваҡыты менән һөт эйеп, ярты бүҫкәһенәсә һөткә мансылды.
— Зөмәрә! Һин быны юрамал эшләнең, ивет? Миңә үс итеп! Сабый яралғанда уҡ ҡаршы булдың, ауыҙың асылған һайын әйткән һүҙең аҡса булды. "Декретный" алдың, һаман аҡса тип ауыҙың ябылманы, бына хәҙер тот малайҙың документын да, бар, йүнләп ал ерләү аҡсаһын! "Подьемный" мөһимерәк, имеш, уға! Ултыр, ана, аҡсаңа һөйөнөп!
Иҫерек улының килененә ҡысҡырыуына һиҫкәнгән ҡәйнә кеше, улының ҡыҙыулыҡ менән һуғып ебәрмәүен теләп араларына уҡ барып баҫты.
Аяғында саҡ торған Заһир иҙәнгә үҙе лып йығылып ниҙер мығырлап йоҡлап китте. Зөмәрә шул саҡ үҙенең ҡасандыр ауыҙ асып әйткән һәр һүҙен иҫенә төшөрөп әсе үкенгәйне төнө буйына.
Һуң, һүҙ әйтелгән. Хоҙайҙың күҙе үткер, ҡолағы сос икән, уйлағаныңды юлыңа һалырмын тигәндер инде...
Заһир Зөмәрә менән башҡа йәшәй алмаясағын ап-асыҡ итеп айныҡҡас әйтте.
Нисек? Ошо кескәй генә йән эйәһе Заһир менән Зөмәрә араһына таш стена ҡоршап киттеме әллә? Һөйөүҙәре, йөрәктәрен берләштерер еп тә ошо балала ғына инеме ни?!
Ҡыйын ине Зөмәрәгә. Ҡәйнәһе лә теләһә нишләгеҙ тигәндәй үҙ доньяһына сумып, ҡыҫылмай-ҡыҫтырылмай ҙа булып китте.
Ҡайтты Зөмәрә үҙ ауылына. "Иренә үсегеп балаһын үлтергән", "быумалы тиҙәр ул уны, бала һынды баланы "нармальный" әсә үлтерәме?",--тигән ише һүҙҙәр Зөмәрә хаҡында ауылды ҡыҙыра ине.
Толҡа тапманы үҙ ауылында ла. Һулҡып һыҙлаған түше лә, ҡорһаланып имеүсеһен юғалтҡанға әсеп, әрнеп-әрнеп, бер мәл онотолдо...
Арыуыҡ ауылда булғас, ҡалаға ҡайтып үҙ эшен дауам итте Зөмәрә. Өмөтһөҙ шайтан, Заһир килмәҫме тип көтәүелләне. Килмәне Заһир. Үҙ һүҙле генә түгел, бер һүҙле ине ул.
Айҙар, йылдар ҙа үтте.
Ҡайғы хәсрәте йыраҡлашһа ла, йөрәген әрнеткән ошо үлемдән аҙаҡ түшенең ара-тирә һыҙылып һыҙлауының йышайыуына сыҙамай Зөмәрә "тәрән" тикшерелеп ҡараны. Һөҙөмтә ҡыуаныслы түгел ине.
Ғүмерҙә лә бысаҡ аҫтына ҡалырын уйламаған йәш ҡатын ғүмерлеккә сабый имеҙеренән төңөлөп әмәлиәткә риза булды. Хоҙайҙың миңә яҙылған язаһылыр был, тигән уй сыуалды бер туҡтауһыҙ башынан.
Күрер көнө бөтмәгәс һауыҡты яйлап. Яңынан йәшәргә, ынтылырға, ышанырға тырышты. Тамам һауыҡҡас яралы күңелен баҫырҙан булып балалар йортонан ҡыҙ бала алды ул. Йыуанысы, ҡыуанысы, аңһыҙ ауыҙына алған яҙа һүҙҙән яҙмышы аҙ яҙылған Айбулаты хаҡына етем бер баланы алды ҡанаты аҫтына.
Айбулат...
Тере булһа ун биш йәшлек еткән егет булыр ине...
Зөмәрә бите остары буйлап тамған күҙ йәштәрен һыпырып, һаҡ ҡына баҫып Миләүшәһе янына килде. Мыш-мыш килеп йоҡлаған сабый янында оҙаҡ текләп, сабыйына тәүфиҡ, оҙон ғүмер, һаулыҡ теләне...
Аңһыҙ әйтелгән һүҙ, аңһыҙ яһалған аҙымдан өҙөлмәһен ине ғүмерҙәр. Абай бул, әсә!
Читайте нас: