Ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының иң ҙур тамашаһы булып тора. Тѳп партияларҙы Илдар Абдразаҡов, Вероника Джиоева, Василий Ладюк кеүек билдәле опера артистары һәм Ѳфѳ труппаһынан солистар Владимир Орфеев, Артур Ҡәйепҡолов, Айҙар Хәйруллин башҡарҙы. Спектаклдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының оркестры, хоры, балеты һәм балалар опера студияһы ҡатнашты.