Дим буйҙары
+16 °С
Ясна
МӘҘӘНИӘТ
4 Июнь 2020, 07:08

Ришат Ғәлиханов "сереп" байыған

Танылған йырсы Ришат Ғәлиханов вертолет, катер һатып алған тиҙәр...

“Булыр, ниңә булмаҫҡа?!” “Алыр ҙа. Төшөп ҡалған кеше түгел, бик моңло йырсы”... Башҡортстандың атҡаҙанған артисы Ришат Ғәлиханов тыуған яҡтарына вертолет менән ҡайтып килгәс, халыҡ араһында шундайыраҡ һүҙҙәр таралған.
Был яңылыҡты раҫлаған сәхифәне Ришат миңә һалып та ҽбәрҙе. Бына ул. Был скриншот Ҡариҙҽл районы хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллиндың инстаграм битенән алынған. Илдар Вил улы Ришат тураһында “талантлы, асыҡ күңелле, ябай һәм кешелекле яҡташыбыҙ Ришат тыуған яҡ тураһында клип төшөрөү өсөн вертолетта ҡайтты. Яҡташтары был йырҙы яратып ҡабул итте”, - тип йылы һүҙҙәр яҙған.
“Эйе, вертолет алдым. Ҡариҙҽлгә ҡайтып, клип төшөрҙөм. Яҡынса, бер атнанан әҙер буласаҡ.
Июндә, Алла бойорһа, тағы бер клип төшөрәм. Уныһы – катерҙа. Вертолет мҽнән ҡайтам да, катерға ултырып, һыуҙа йөҙөп, клип төшөрәһем килә!” – тип яңылыҡтары менән таныштырған Ришат.

Яратҡан йырсыбыҙҙың “вертолет алдым”, тигәнен, билдәле инде, бына шулай - ҡуштырнаҡтарға алып уҡырһығыҙ. Ул бит Ҡариҙел халҡына хас булғанса ябай, киң күңелле ир-егет. Бушлай йырлап, “ҡоро рәхмәт”кә халыҡты һөйөндереп йөрөүсе һирәк йырсыларҙың берҽһе. Шуға үҙенә кәрәк булғанда вертолетлы, катерлы “хутлы” дуҫтары ла ярҙам ҡулын һузырға ғына тора. Уларҙың исемдәре, билдәле сәбәптәр буйынса, сер булып ҡалһын!

Бына шулай, Тарзан кеүек бисаралар карантинда “бер тинһеҙ”ултырғанда, беҙҙең егеттәр осоп, йөҙөп иҗат итә.
“Концерттар, дөрөҫ булһа, ғинуарҙа ғына башлана, ти. Шуға тиклҽм эшләп ҡалайым, тинем. Һауала карантин юҡ. Командам шәп! Эшләйбеҙ! Район хакимиәте лә ярҙам итә. Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Вил улы ла клипта буласаҡ. Ярҙамдарын гел тойоп торам. Рәхмәт!”

Шулай, киләһе йылға тиклҽм йырламай тороп булмай бит инде. Ришат кеүек тыумыштан һәләтле йырсыларҙың өр-яңы клиптарын ҡарап, рухи ҡәнәғәтлек алырбыҙ. Һәләт, булдыҡлылыҡ иңдәргә шундай ҡатмарлы бурыс өйөлгәндә таныла шул. Афарин, Ришат! Башҡаһын белмәйҽм, моң байлығың сикһеҙ, тыуған яҡтарыбыҙҙы данлап йырла ла йырла! Артист өсөн иң ҙур байлыҡ – халыҡ һөйөүҽ!
Ә беҙ яңы клиптар көтөп ҡалабыҙ!
Алһыу Төхвәтуллина.
Фото: Илдар Ғарифуллиндың инстаграм битҽнән алынды.
"Өмөт" гәзитҽ матҽриалдарынан.
Читайте нас