Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
МӘҘӘНИӘТ
12 Июня 2020, 12:15

Өфө биләмәләре боронғо замандарҙа

Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы Өфөнөң тарих биттәре һәр кем өсөн дә фәһемле.

Әлеге Өфө урынлашҡан ерҙәр – тулы һыулы йылғалар, ҡуйы урмандар, күпереп хәтфә үлән үҫкән киң туғайҙар иң боронғо замандарҙа уҡ кешеләрҙе йәлеп итә. Бында һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ менән дә, игенселек менән дә шөғөлләнергә шарттар уңайлы. Боронғо таш быуат – палеолит осоронда тауҙарҙағы мәйерйәләрҙә кешеләр тәүге торлаҡтарын ҡора, һунарсылыҡ менән көн итә.
Урта таш быуат – мезолит осоро кешеләре саҡматаштан бысаҡтар, ҡырғыстар яһай. Улар йәшәгән урындар Өфөнөң хәҙерге Ордженикидзе районында – элекке Турбаслы ауылы эргәһендә, Ағиҙел йылғаһының элеккке үҙәге ярында – Романовка ауылы янында, Ҡариҙел йылғаһының уң яҡ ярында – Дудкино ауылы тәңгәлендә табыла.
Тимер быуатына ҡараған иң әһәмиәтле ҡомартҡы – хәҙерге “Йәшел сауҡалыҡ”шифаханаһы ерҙәрендә урынлашҡан булған “Шайтан ҡаласығы”.
Ағиҙел йығаһының уң яҡ яры буйында, ике күпер – автомобиль һәм тимер юлдары күперҙәре араһында археологтар тиҫтәнән ашыу боронғо ҡәберлектәргә юлыға. Уларҙа IV – VII быуаттарға ҡараған бронза, көмөш, алтын ялатылған биҙәүестәр, һуғыш ҡоралдары – ҡылыстар, бысаҡтар, һуңгөләр килеп сыға.
XIV быуатта Дим йылғаһы буйына һәм Ҡариҙелдең түбнәге ағымына иң күп һанлы башҡорт ырыуы – меңдәр килеп урынлаша.
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.
Фото Интернеттан.
Читайте нас