Дим буйҙары
+19 °С
Дождь
МӘҘӘНИӘТ
9 Июля 2020, 05:25

Эпос башҡарыусылар араһында конкурс

Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы «Урал батыр» эпосын башҡарыусы балалар өсөн онлайн-конкурс иғлан итә.

Ҡатнашыусылар 10 июлгә тиклем заявка һәм үҙҙәренең сығышы төшөрөлгән видеояҙманы uralbatyr-2020@mail.ru электрон адресына ебәрергә тейеш. Халҡыбыҙҙың бөйөк эпосынан өҙөктәрҙе 1 – 4-се класс уҡыусылары кәмендә 600 юл, 5 – 7-се кластар — 1100 юл, 8 – 11-се кластар 3000 юл ятларға тейеш. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың ижади сығыштары «Бәйләнештә» селтәрендә https://vk.com/cluburalbatur һылтанмаһы буйынса ҡуйыласаҡ.
Читайте нас