Дим буйҙары
+15 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
МӘҘӘНИӘТ
24 Июля 2020, 12:24
Йыр бәйгеһенә саҡыралар
Ырымбур өлкәһендә «Йәшәй әле башҡорт моңдары» төбәк-ара башҡорт йыры онлайн-конкурсы башланды. Ҡатнашыуға солистар һәм коллективтар саҡырыла. Йәш сикләүе юҡ.
Еңеүселәрҙе онлайн-конкурс жюрийы: Башҡортостан Республикаһының һәм Ырымбур өлкәһенең танылған эстрада башҡарыусылары, сәнғәт оҫталары һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Артур Туҡтағолов һәм Сәғиҙулла Байегет, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ринат Рамазанов, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең «Карауанһарай» Башҡорт ҡоролтайы рәйесенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса урынбаҫары Луиза Райманова-Бәхтийәрова баһалай.
Жюри ағазалары халыҡ коллективтары, үҙешмәкәр коллективтар, солистар, дуэттар, трио һәм квартеттар араһында беренсе, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы билдәләй. Ҡатнашыусыларҙың йәш категорияһы – 18 йәшкә тиклем һәм 18 йәштән өлкән. Ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә дипломдар тапшырыла.
Конкурс һөҙөмтәләре 15 августа иғлан ителә.
Ҡатнашыу өсөн 13 авгусҡаса ҡатнашыусының исем-шәрифен, йырҙың исемен һәм бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәр менән бергә башҡорт телендә башҡарылған йырҙың видеояҙмаһын orenburg.bikc@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Конкурс эштәре Ырымбур өлкәһе Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең YouTube каналына урынлаштырыла.
https://
www.bashinform.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"