Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Октябрь 2020, 11:35

Зифа Нагаева - Башҡортостандың халыҡ артисы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танылған йырҙар авторы, композитор Зифа Нагаеваны бүләкләне

Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған йырҙар авторы Зифа Нагаева Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған «Дәүләт бүләктәре тапшырылған кешеләр» исемлегендә «Башҡортостан халыҡ артисы исеме композитор Зифа Нагаеваға бирелә»,тип яҙылған.

Башҡортостанда йәшәп ижад итеүсе шағирә, композитор Зифа Нагаева «Ғүмерҙәр зая уҙмаһын», «Бер ваҡыт ҡына», «Әйләнә лә килә йәйҙәр», «Ғүмерҙәр балҡышы», «Балаҡайым» кеүек бик күп популяр йырҙарҙың авторы.

Зифа Нагаева үҙе инстаграмдағы сәхифәһендә һөйөнөсөн уртаҡлашты һәм Радий Хәбиров менән төшкән фотоһын ҡуйҙы.

«Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы.

Читайте нас: