Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
19 Октябрь 2020, 11:21

Утлы ҡараш (хикәйә)

Хаҡлы ялға сыҡҡас, Ильясты бөтмәҫ-төкәнмәҫ хафалы уйҙар баҫты. Һис сәбәпһеҙгә эсе бошто, төшөнкөлөккә бирелде.

Буш ваҡыты күп булғас, нимә эшләргә белмәй йөҙәне ул. Китапты ла оҙаҡ уҡый алмай, ғүмере буйы бухгалтер һөнәре буйынса эшләгәс, хәҙер күҙҙәре һыҙлай. Шуға ла телевизорҙы бөтөнләй йәне һөймәй.
Әллә ниҙә бер кино ҡарайым тиһә лә:

- Төшөргән кешеһен дә әйтер инем инде, музыкаһы ҡолаҡты яра, бынауы артист тигәндәренең үҙ-ара нимә лығырҙашҡанын аңламаҫһың да? – тип һөйләнә. Эргәһендә йөрөгән ҡатыны Зифа:

- Ҡартлығың еткәндер инде, һис сәбәпһеҙгә "көйһөҙ кейәүләнергә" генә тораһың, – ти.

Ана, тағы аяҡтары һыҙларға кереште. Исмаһам, дарыуҙар ҙа ярҙам итмәй бит. Ах-вах килеп, уларҙы бер күтәреп, бер төшөрҙө, ҡулдары менән ыуып яҙырға тырышты. Етмәһә, йөрәген әрнетеп, ауыр һуғыш йылдары иҫенә төшә. Бына тағы ла өләсәһенең утлы, шелтәле ҡарашы бар булмышын өтөп алып бара. Төштәрендә лә шул ҡарашты тойоп, тертләп, шыбыр тиргә батып уяна.

"Өләсәйем үҙе эргәһенә, мәңгелек донъяһына алып китергә итәлер, ахыры. Мәрхүмә булыуына яҙға егерме ете йыл тула. Өнөмдә лә, төшөмдә лә бер генә көнгә лә тынғы бирмәй. Эх, ошо ҡурғашлы ҡараш! Өләсәй, ниңә мине былай ғазаплайһың? Эйе, мин ғәйепле! Бик ғәйепле. Ләкин заманаһы шундай ине бит. Аслыҡ, яланғаслыҡ… Ул хаҡта белгәндәр шул яман ҡылығым өсөн рәнйешең төшкән ти...

Рухыңдан ғәфү үтенеп, йома һайын мәсеткә барып хәйер һалам. Мин барыһына ла риза. Эйе, һаулығым үтә шәптән түгел. Әммә кеше көнөнә ҡалмағаныма шатмын. Тик һинең шул сәнскеле ҡарашың, олоғайған һайын, күңелемде нығыраҡ көйҙөрә, ялҡынында өтә.

Өләсәйем, ҡәҙерлем, һинең алдыңдағы ғәйебемде бер ҙә генә ғәфү итеп булмаймы ни? Ошо гонаһымды нисек кенә юяйым? Йөрәгемдең ғазаптан теткеләнгәнен күрәһеңдер бит?!”

Бындай уйҙар Ильясты йыш тынысһыҙлай.


***

1944 йылдың февраль айы. Төкөрөгөң ергә төшөп етмәҫтән туңа торған көндәр тыуҙы. Шул үҙәкте өткөс һалҡындар менән бергә ун дүрт йәшлек Ильястың атаһы Юлдыбайҙың һәләк булыуы күрһәтелгән йән өшөткөс "Ҡара ҡағыҙ" килде. Ошо хәбәрҙән һуң, әйтерһең дә, уларҙың ғаиләһе өсөн ҡояш һүнде. Башҡа һыймаҫлыҡ был яңылыҡ тиҙҙән һуғыш тамамланыуын түҙемһеҙләнеп көткән әсәһе – Әсмәне лә, сибек, ауырыу өләсәһе – Гөлйөҙөмдө лә, Ильясты ла, уның ике ҡыҙ туғаны – ун бер йәшлек Көнбикә менән туғыҙ йәшлек Гөлһылыуҙы ла шаңҡытты.

- Юлдыбайым, йән киҫәгем! Һин һәләк булғансы үҙем генә үлһәмсе! Хоҙайым! Япа-яңғыҙым ел-ямғыр тейҙермәй үҫтергән балаҡайымды һаҡла, ғүмер бир, тип теләүемде ишетмәнеңме әллә? Ҡаҙалып ҡына китһен был нимес тигәндәре. Шул яуыздар утыҙ алты ғына йәшлек һыу һөлөгөндәй ғәзиземде һәләк итте, – тип өләсәһе үкһеп иларға тотона. Уға ҡалғандар ҙа ҡушыла.

Өләсәһен ярата Ильяс. "Өсөбөҙҙө лә яҡын күрә. Әсәйемә лә тел-теш тейҙермәй, ярҙамлашып тора. Әле лә ауылдаштары унан сарыҡ тектерәләр. Эше өсөн аҙ-маҙ булһа ла "мундирлы" бәрәңге, һөт, ҡатыҡ килтерәләр. Ас ҡорһаҡҡа ул да арыу булып ҡала" тип фекерләй ул. Өләсәһенең хәүеф-хәтәрҙе күп күргәнен яҡшы белә. Олатаһы Юлдаш менән ун ете йәштә ҡауышалар. Әммә байҙың йылҡыһын көткән саҡта, боҙ уйылып китеп, аттары мәкегә төшә башлай. Шуларҙы ҡотҡарам тип, олатаһы һыуға ташлана. Аҙаҡ үпкәһенә һалҡын тейҙереп, оҙаҡ сирләп, ҡаҡ һөйәккә ҡалып, ун һигеҙ генә йәшендә мәрхүм була. Уның ҡырҡы үткәс, атаһы – Юлдыбай донъяға килә.

Егәрле, сибәр, ҡыйғас ҡашлы Гөлйөҙөмдө һоратыусылар байтаҡ була. Әммә ул сабыйын ҡосағына ала ла, бар мөлкәтен арбаға йә ҡул санаһына тейәп, башҡа ауылға күсеп китә. "Сит-ят ир баламды үгәйһетер" тип уйлай. Юлдыбайы ир ҡорона инеп, өйләнгәс кенә үҙе тыуып үҫкән ауылға, Юлдашының нигеҙенә килеп төпләнә. Элекке землянка урынына улы тәүҙә ҙур булмаған өй һала. Әсмә килене лә, Гөлйөҙөм үҙе лә колхозда эшләй. Улы трактор йөрөтә. Тиҙҙән өйҙәрен ике бүлмәле итәләр. Әле күмәкләшеп шунда йәшәүҙәре. Юлдыбай булмағас, ул етемһерәп ҡалған төҫлө.

Урындыҡта ҡорама юрғанға төрөнөп ятҡан әсә, тирә-яғына ҡаранып, улын хәтерләткән һәр әйберҙе барлай. Ильяс тыуғас, уға ағастан төрлө уйынсыҡ-маҙар яһаны. Ҡыҙҙарын да онотманы, уларға семәрләп һандыҡтар эшләне. Балалар ишәйгәс, улы:

- Киленеңә ейән-ейәнсәрҙәреңде тәрбиәләшергә кәрәк, өйҙә лә эш етәһе, – тигәс, әсәһе колхозға йөрөүҙән баш тартты. Тик тегенеүен ҡалдырманы.

Атаһының үлеүе тураһында хәбәр килгәс, Ильястың мәктәпте ташлап, колхозға эшкә урынлашырға ниәте бар ине лә, уҡытыусылары, өмөтлө бала тип уҡыуын дауам итергә ҡушты. Бер нисә бала күрше ауылға йөрөп белем алалар. Тиҙҙән көндәр йылыныр, тормош йәмләнер, йәшәү ҙә еңеләйер, тигән өмөт дәртләндерә үҫмерҙәрҙе.

***
Яңы ғына мәктәптән ҡайтҡан Ильяс аяҡтарына ҡуша туңған сарыҡтарын сисеп, бер аҙ тамаҡ ялғайым тип түръяҡҡа үтте. Өйҙә һалҡынса. Өләсәһенең, әллә өнөндә, әллә төшөндә: “Юл-ды-ба-йым!” – тип ыңғырашҡаны ишетелә.

Бөгөн дә ашарҙарына тәғәм ризыҡ юҡ. Атаһы үлгәс, колхоздан бер аҙ арыш оно, ярма килтергәйнеләр, хәҙер ул тоҡсайҙар буп-буш. Малай тиҙ генә үлән сәйен һемерҙе лә, кейенеп, ҡул санаһын һөйрәтеп, утынға тип ҡуҙғалды. Һеңлеләре әсәһенә ярҙамға киткән. Көнбикә менән Гөлһылыу ҙа килһә, утынды тейәү ҙә сананы һөйрәтеү ҙә еңелгә төшөр ине. Үткәнендә ҡуянға тоҙаҡ ҡорғайны, улар ҙа әллә һиҙгерләнде, әллә кәмене, эләгеп бармайҙар. Табыш менән ҡайтһа, өйҙәгеләр нисегерәк ҡыуанасаҡ! Өләсәһе лә, бәлки, итле һурпа эсһә, төҙәлеп тә китер.

- Эх, атайым хаҡындағы хәбәр дөрөҫ булмай сыҡһын ине, – тип күҙ йәштәрен һөрттө малай. – Ана, Әхмәҙиҙең атаһы аяғын өҙҙөрөп ҡайтты, шулай булыуға ҡарамаҫтан, өйҙәге бөтөн эште башҡара, колхоз атын да биреп ҡуйғандар, ти, үҙенә. Атайым аяҡһыҙ, ҡулһыҙ килеш ҡайтһа ла, өләсәйем шатлығынан төҙәлер, ә беҙҙең ҡыуаныстан түбәбеҙ күккә тейер ине.

Утынды тейәп бөткәс, тоҙаҡҡа күҙ һалып килергә тип урынынан ҡуҙғалды Ильяс. Бына ҡыуаныс – ҡуян эләккән! Ҡайтыр юлға сығыуға күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек төн тыуҙы. Тирә-яҡҡа шомлоҡ өҫтәп буран ҡоторҙо. Тетелеп бөткән “ҡырҡ ямаулы” бишмәт кейгән Ильяс өшөнө. Сарыҡтарына ҡуша туңған аяҡтары үҙәгенә үтеп әрнене. “Аҙ ғына хәрәкәтһеҙ торһаң, туңып үлеүең дә ихтимал. Бирешмәҫкә! Өйҙәгеләр хафаға ҡалғандыр”, – тип уйланы ул.

Көс-хәл менән ҡайтып етеп, ни үле, ни тере килеш йортҡа килеп ингән Ильяс өләсәһенең өҫтәл эргәһендә тороуын күреп ҡыуанып китте. Тәненә ҡапыл йылы йүгерҙе.

- Өләсәй, ҡара, ҡуян эләктерҙем! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул. Хәлһеҙ генә үҙенә табан боролған өләсәһенең ауыҙ тирәһе аҡҡа буялғанлығын шәйләне малай. Улы алдында усындағы ондо ла ялап ҡуйғас, әле генә һөйөнөстән күҙҙәре янып торған үҫмерҙең һөмһөрө ҡойолдо:

- Һин… һин… ауырымай алдашып ятаһың икән! Етмәһә, урлашып ашайһың. Ҡайҙан алдың был ондо, бая ғына юҡ ине бит? – тип йән асыуы менән өләсәһенең ҡулындағы төйөнсәкте тартып алды ла, тибеп үк ебәрмәһә лә, уға төбәп, аяҡтарын һелтәне. Хәлһеҙ ҡатын сайҡалып китте лә, башта – өҫтәлгә, һуңынан биҙрәгә бәрелә-һуғыла иҙәнгә ҡоланы.

“Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә” тигәндәре шулдыр, ахыры. Ильясты кинәт биләп алған асыу тойғоһо үтмәгәйне, шуға ла өләсәһенә ярҙам итергә ашыҡманы, үҙ хәлен үҙе күрер әле тип илай-илай урамға атлыҡты. Алабайы хужаһын аңлағандай уның тирәһендә уралды. Үҫмер сабый бала ише мыш-мыш килеп ҡуянын тунағанда ла әрһеҙләнеп әле битен, әле ҡулын яланы. Урман күстәнәсенән үҙенә лә бер аҙ өлөш сыҡҡас, тынысланып үҙ урынына барып ҡунаҡланы.

Ильяс инде тынысланып өйгә ингәндә өләсәһе ауыҙ-мороно ҡанға буялған килеш һалҡын иҙәндә хәрәкәтһеҙ ята ине.

Бындай хәлде көтмәгән үҫмер юғалып ҡалды. Башынан "Мин, мин, өләсәйемде үлтерҙем" тигән уй йүгереп үтте.

Һуңынан уның торорға тип мәшәҡәтләнгәнен тойоп, уға ярҙамға ташланды. Әммә ҡатын кеше "тотонма!" тигәнде аңлатҡан үткер ҡарашын ейәненә төбәне һәм бер аҙҙан:

- Балам, баяғы тоҡсайҙа теге мәлдән ҡалған ярты устай ғына арыш оно ине бит ул, – тип аҡланырға кереште.

- Өләсәй, зинһар ғәфү ит, мин, мин аңғармаҫтан ғына... – Ошо мәлдә әсәһе һәм һеңлеләре ҡайтып инде. Гөлйөҙөмдө күмәкләп күтәреп урынына һалдылар.

Иртәгеһен уны һуғыштан яраланып ҡайтҡан бер туған ҡустыһы Әнүәр килеп алды:

- Унда ни әбейегеҙ өйҙә ултыра, тәрбиәләр әле. Кәзә һуйҙыҡ, һеҙгә лә өлөш сығарҙым. Илле биш йәш нимә генә инде ул, бирешмәҫ, – тип һөйләнде ул апаһын ҡорама юрғанға төрөп санаға һалғанда.

Әсәһе: "Өләсәйегеҙ оҙаҡҡа бармаҫ, ахыры", – тиһә лә, бабаһы менән татлы һүҙле әбеһе уны тиҙ үк аяҡҡа баҫтырҙы.

Ильяс, ғәҙәттәгесә, уҡырға йөрөнө. Бер көндө иптәштәре менән баҫтырышып уйнағанда кинәт кенә аяҡтары тартыша башланы. Малай ауыртыуға сыҙамай ыңғырашып ҡуйҙы ла лап итеп ҡарға ауҙы. Һәм урынынан ҡуҙғала алманы.

Тиҙҙән уны бәләкәй санаға ултыртып, дауаханаға алып килделәр. Әммә, "Яза – баш осонда, ҡаза – аяҡ аҫтында" тигәндәй, табиптарҙың да, имселәрҙең дә ярҙамы теймәне. Был хәлде ишетеп, өләсәһе кәзә йөнөнән ойоҡ бәйләп ебәрҙе, уның да файҙаһы булманы.

Ул йылы уҡытыусылары өйҙәренә килеп дәрестәр бирҙе. Ильяс тырышып уҡыны. Әнүәр бабаһы уға тәүҙә дүрт тәгәрмәсле бәләкәй генә арба, һуңынан ҡултыҡ таяҡтары эшләп бирҙе.

Киләһе йылға, ҡар ятыу менән колхоз идараһы уҡыусыларҙы мәктәпкә йөрөтөргә тип ат бүлде. Ильясты өйөнән килеп алыр булдылар. Бөтәһе лә һәйбәт һымаҡ, ләкин тиҫтерҙәренең зыҡ ҡубып уйнауҙарын ситтән күҙәтеп ултырыу малай өсөн үҙе бер ғазапҡа әйләнде. "Өләсәйемде, һис ғәйепһеҙгә ҡыйырһыттым, уның ғына рәнйеше төштө миңә", – тип әсенер булды ул. Һәм шунда уҡ, үҙен аҡларға тырышып: "Бер уйлаһаң, яуыз ниәт менән эшләмәнем бит быны. Яңылыш ҡына. Уға аяҡтарым менән ҡағылырға ла өлгөрмәнем дә баһа, – тип һөйләнде. – Был ҡылығым өсөн өләсәйемдән ғәфү үтенгәнем дә булманы. Ул ярлыҡаһа, мин, моғайын, аяҡҡа баҫыр ҙа, башҡалар кеүек йүгереп йөрөр инем. Килһә, һис шикһеҙ ғәфү үтенәсәкмен. Тик ул кисерерме икән?"

Бына түҙемһеҙләнеп көткән Еңеү көнө етте. Ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе ишетеп, өләсәһе ҡайтып төштө. Ул килененә, ейәненә һәм ейәнсәрҙәренә тип әҙерләгән бүләктәрен өләште.

Үҙе теремекләнеп, матурайып киткән кеүек. Әле генә шат йылмайып торған әсә, улының хәрби кейемдәге берҙән-бер фоторәсемен күрҙе лә, илап та ебәрҙе. Уға һуңғы арала йыш йүтәлләгән Әсмә лә ҡушылды. Көнбикә менән Гөлһылыу ҙа өләсәһенә һыйынды.

- Улым, һин – ир кеше, ошо нигеҙҙең хужаһы, үҙеңде һаҡла, нисек булһа ла аяҡҡа баҫырға тырыш. Һеңлеләреңдең яҙмышы һинең ҡулда. Ана бит, әсәйең дә сирләй, – тип, өләсәһе Ильясҡа кәзә мамығынан бәйләнгән ойоҡбаштарын кейҙерҙе. Әммә малайҙың ғына теге саҡтағы рәхимһеҙ ҡылығы өсөн ғәфү үтенергә батырсылығы етмәне. Ул ваҡиғаны хәтеренә төшөрөп, өләсәһенең күңелен төшөрөүҙән дә ҡурҡты, шикелле. Тамағындағы төйөрҙө саҡ йотоп, “Рәхмәт!” – тип кенә әйтә алды.

Яҙмыш Ильястарҙың ғаиләһенә тағы ла бер һынау әҙерләгәйне. Шул йылдың көҙөнә әсәһе мәрхүмә булды. Көнбикә менән Гөлһылыуҙы – балалар йортона, ә Ильясты ғәриптәр өсөн тәғәйенләнгән махсус интернатҡа урынлаштырҙылар.

Урта белем алғас, Ильястың алдында “ҡайҙа уҡырға барырға?” тигән һорау торманы. Уның математикаға һәләтен белгән уҡытыусыһы:

- Ильяс, бухгалтерлыҡҡа уҡы! – тине. Ошо кәңәште тотоп, егет тәүҙә техникум, һуңынан ситтән тороп институт тамамланы. Хеҙмәт юлын ул район урман хужалығы идаралығында ябай хеҙмәткәр булараҡ башлағайны, һуңынан баш бухгалтер итеп үрләттеләр. Алтмыш ете йәшендә генә эштән китте. Ғәрип булһа ла, Ильястың маҡтау ҡағыҙҙары ла, миҙалдары ла бихисап. Ҡатыны менән татыу ғүмер кисерәләр. Тик балалары ғына булманы.

…Йәнә бер көн үтте. Бына шулай йыш ҡына күргән-кисергәндәрен өр-яңынан йөрәгенән уҙғара ул.

Иртәгеһен Ильяс әүәлгегә ҡарағанда иртәрәк уянды. Ҡатыны бер ни белмәй йоҡлай. Ул, таяҡтарына таянып, икенсе бүлмәгә сыҡты. Унда Гөлһылыу һеңлеһенең улы – Илдус ята. Уҡытыусы булып эшләгән Гөлһылыу ҡаты ауырып үлеп киткәс, биш йәшлек сабыйҙы үҙҙәренә алып үҫтерҙеләр. Малай хәҙер уларға "атай”, “әсәй" тип өндәшә. Әле ун беренсе синыфта уҡый.

- Атайым кеүек бухгалтер булам, – тигәс, күптән түгел Ильяс район хакимиәтенә барып, улына иҡтисад факультетына йүнәлтмә хаҡында белешеп ҡайтты.

Иртәнге сәй алдынан ҡапыл ғына ирҙең йөрәге ауыртып китте.

Әле ул дауаханала ята. Бер көндө Ильяс йоҡонан һулҡылдап илап уянды ла, янында ултырған ҡатынына:

- Зифа, ҡара әле, өләсәйем тағы төшөмә инде. Беләһеңме, ул был юлы йылмая, аяҡтарымдан һыйпай. Үҙе ап-аҡ яулыҡ ябынған, шау сәскәле күлдәк кейгән. "Балам, олатайыңдың нигеҙен ҡоротма!" – ти. Үлеләр һөйләшмәй, тиҙәр, ә уның, әйтерһең дә, тере сағы, ап-асыҡ итеп өндәште. "Өләсәй, әллә һин мине ғәфү иттеңме?” тигән һорауыма: "Мин һиңә бер ваҡытта ла рәнйегәнем булманы. Аяҡтарыңа һалҡын тейеп, шунан ғәрип ҡалдың, балам", – ти. Ильяс күҙ йәшен һөртөп алды. Һәм бер аҙ тынысланғас өҫтәп ҡуйҙы:

- Өләсәйем мине үҙенең эргәһенә күсә тип шатлана, ахыры...

- Әле генә доктор менән һөйләштем. "Бөтәһе лә һәйбәт булыр, дауалау курсын үткәс егеттәр кеүек йәшәп алыр ҙа китер", – тинесе. – Ишетһен ҡолағың, Гөлһылыуға биргән вәғәҙәңде онотма. Улыбыҙҙы уҡытаһыбыҙ, башлы-күҙле итәһебеҙ бар, – тип Зифа ҡырҡ йыл бергә йәшәгән ирен дәртләндерергә тырышты.

Айға яҡын дауаханала ятып, ҡайтыр юлға сыҡҡас, Ильяс водителгә башҡа йүнәлеш буйынса барырға кәрәклеген хәбәр итте. Эргәһендә ултырған ҡатыны менән улы, ғәжәпләнеп бер-береһенә ҡараны. Улар үҙҙәренә ҡайтмайынса, бөтөнләй икенсе яҡҡа боролоп китеп, бәләкәй генә ауылға килеп, ниндәйҙер емерек өй алдында туҡтаны.

- Атай, кем йорто был? – тип Илдус тирә-яғына ҡаранды.

- Беҙҙең олатайҙарҙың нигеҙе. Тәүҙә Юлдаш олатайыбыҙҙың атаһы – Хәмит землянка ҡороп йәшәгән, һуңынан Юлдыбай олатайың өй ҡороп сыҡҡан. Әсәйең, мин, Көнбикә әбейең үҫкән йорт был. Гөлйөҙөм өләсәйең, ни тиклем өгөтләһәк тә, "Нигеҙемде ҡоротмайым" тип, беҙҙең янға күсмәне.

- Һеҙ был бәләкәй генә өйгә нисек һыйҙығыҙ һуң, атай?

- Күңел етһә – аш етә, улым.

Ихатаға ингәс тә Ильяс бала саҡта үҙенең утын ташыған санаһын күреп ҡалды. Уныһының да рәте киткән. Шулай булмайса, атаһы һуғышҡа тиклем үк яһап биргәйне бит. Ул ошо йортҡа бәйле ваҡиғаларҙы бер-бер артлы күҙ алдынан уҙғарҙы.

Алтмыш ете йәшлек ирҙең күңеле тулды, күҙҙәренән эре-эре йәштәр тәгәрәне…

- Илдус балам! – тине ул. – Олатайҙарҙың нигеҙен ҡоротмайыҡ, һиңә быйыл уҡ ошонда йорт төҙөй башлаһаҡ, риза булырһыңмы?

- Ризалыҡҡа риза ла. Ә үҙеңдең һаулығың һуң?!

- Борсолма, улым. Һаулығым, Хоҙайға шөкөр, үтә хөрт түгел, аҡсабыҙ ҙа етерлек. Бөгөн үк урман хужалығы директорынан ағас һорайым. Алла бойорһа, институтты тамамлауыңа бынамын тигән йорт ҡалҡып та сығыр. Олатайҙарҙың үтә лә ҡыҫҡа, бәхетле, фәһемле мөхәббәттәренең шаһиты был нигеҙ! Уны ҡороторға ярамай. Һис ярамай…
Венер Исхаков.
https://shonkar.rbsmi.ru
Читайте нас: