— «Йыл ғаиләһе» — «Өфөнән һөйөү менән» фильмының мәғәнәүи дауамы ғына, ысынында иһә ул бөтөнләй икенсе картина, — тине Айнур Асҡаров. — Был ниндәйҙер параллель Донъя, бында ла «Өфөнән һөйөү менән» фильмы геройҙарын күрергә мөмкин.
«Йыл ғаиләһе» һары «Рафик»та еңеү һәм 5 миллион һум отоу өсөн «Йыл ғаиләһе» конкурсына китеп барған Рәхмәтуллиндар ғаиләһе тураһында бәйән итә. Был аҡса уларға ипотека бурысын ҡаплау өсөн кәрәк.
— Ошо бурыс менән улар бер-береһен яратыуы тураһында онотҡан. Тормошта иң мөһиме аҡса түгел, ҡайһы саҡта уның артынан ҡыуып, ғаиләбеҙ, яҡындарыбыҙ хаҡында онотоп китәбеҙ, һәм ошондай юл беҙҙе берләштерә. Кино тап шул хаҡта. Еңеү түгел, ә бергәләп ҡатнашыу мөһим, — тине режиссер.
Юлдағы хәл-ваҡиғаларҙы Әбйәлил районында төшөргәндәр, хәҙер был эш Өфөлә дауам итә. Фильмдың яртыһы төшөрөлгән дә инде, тағы яртыһын, өйҙәге күренештәрҙе төшөрөргә кәрәк. Бер аҙна буйына «Башҡортостан» дәүләт концерт залында эшләйҙәр. Ә бөгөн ижади төркөм Ағиҙел күперендә тығын кадрҙарын төшөрә. Бының өсөн көндөҙ Өфөгә ингән күперҙе биш сәғәткә яптылар.
Фильмды 2021 йылдың март-апрель айҙарында сығарыу планлаштырыла.
— Хәҙер уның ваҡытын әйтеүе ҡыйын, бөтә ерҙә лә вирус, изоляция, пандемия һәм башҡалар. Билдәләнгән ваҡытҡа фильм әҙер булыр тип ышанам, — тине Айнур Асҡаров.
Башинформ.