Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Октябрь 2020, 11:05

Ғаризалар 30 октябрҙә ҡабул ителә башлай

Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ағымдағы йылдың 30 октябрендә Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына ғаризалар ҡабул итә башлай.

Был грантты ниндәй проекттар өсөн, нисек юлларға? Иң мөһим һорауҙарға яуаптар тәҡдим итәбеҙ.
Конкурста ниндәй йүнәлештәге проекттар менән ҡатнашырға мөмкин?
Конкурс Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгәнгә күрә, түбәндәге темалар тәҡдим ителә:
- Башҡортостандың мәҙәниәт, сәнғәт ҡаҙаныштарын Рәсәй һәм сит ил күләмендә танытыу;
- Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә, шулай уҡ республикабыҙҙан ситтә башҡорт телен өйрәнеүгә йүнәлтелгән яңы мәҙәни, мәғрифәти, ғилми проекттар;
- рус теле һәм әҙәбиәтен, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, Башҡортостан халыҡтары телдәрен өйрәнеү, уҡытыу буйынса методик ҡулланмалар булдырыу;
- республиканан ситтә йәшәгән башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлау, башҡорт диаспораларының эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү;
- туған телдәрҙе уҡытыу һәм өйрәнеү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу, халыҡ-ара, мәҙәни, ғилми бәйләнештәрҙе киңәйтеү, үҙ-ара мәғлүмәт менән бүлешеү;
- Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә, шулай уҡ республика үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү.
Конкурста кемдәр ҡатнаша ала?
Конкурста Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары, дәүләт һәм муниципаль бюджет учреждениелары ҡатнаша ала. Шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә эшләп килгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа Башҡортостан Республикаһынан ситтә башҡорт телен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған проекттарын тәҡдим итә ала.
Конкурстың бюджеты ниндәй?
Конкурс проекттарын финанслауҙың дөйөм суммаһы 50 миллион һум тәшкил итә. Конкурсты үткәреү ҡағиҙәләренә ярашлы, проекттарҙың бюджеты ниндәйҙер билдәле сумма менән сикләнмәй, мәҫәлән, улар 200 мең һум да, 2 миллион һум да булыуы ихтимал.
Ғаризалар ҡасанға тиклем ҡабул ителә?
Ғаризалар 2020 йылдың 30 октябренән 18 ноябренә тиклем ҡабул ителә.
Ғариза биреү өсөн Фондҡа килеү кәрәкме?
Килергә кәрәкмәй. Барлыҡ ғаризалар “Гранты.РБ” порталында https://grant.openrepublic.ru/ ҡабул ителә. Ғариза биреүсе Дәүләт хеҙмәттәре сайтында раҫланған иҫәп яҙмаһына эйә булырға тейеш. Шуға күрә конкурсҡа ғаризаны Башҡортостандың теләһә ҡайһы районынан йәки республиканан ситтә килеш тә биреп була.
Конкурсты үткәреү шарттары менән ҡайҙа, нисек танышырға мөмкин?
Конкурсҡа ҡағылышлы барлыҡ мәғлүмәт “Гранты.РБ” электрон порталында урын алған. “Конкурстар” тигән бүлеккә үтеп, Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә грант биреүгә бәйле конкурсты һайларға, артабан “Документтар” тигән бүлеккә үтергә кәрәк.
Бөгөн ниндәй проекттарға өҫтөнлөк бирелә?
Люция Юлыева, Фондтың генераль директоры: “2020 йылда тел ғилемен һанлаштырыу, балалар араһында тел мөхите булдырыу, туған телдәрҙе үҫтереү буйынса мәҙәни, мәғрифәти һәм фәнни технологиялар булдырыуға йүнәлтелгән проекттар өҫтөнлөк итһә, быйыл беҙ туған телде милли анимация студиялары аша өйрәтеүҙе, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн милли телдәрҙә компьютер уйындары, социаль селтәрҙәрҙә йәштәр һәм үҫмерҙәр өсөн этник контент булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған проекттарҙы күрергә теләйбеҙ. Шулай уҡ халыҡтың мәҙәниәтенә, туған телгә ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ туристик проекттар ҙа – матур йүнәлеш”.
Белешмәләр өсөн телефондар: +7 (347) 218-16-82, +7 903 311 69 37.
Эдуард Дилмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас: