Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
30 Октябрь 2020, 18:55

Өфөнән 14 йәшлек ҡыҙ «Рәсәй һылыуҡайы – 2020» конкурсында титул яуланы

«Башҡортостан һылыуҡайы» конкурсы тамашасыларын һәм жюри ағзаларын әсир иткән 14 йәшлек Өфө ҡыҙы София Карпова Рәсәй кимәлендә сығыш яһаны.

Ул Башҡортостан исеменән Сочиҙа «Рәсәй һылыуҡайы-2020» милли конкурсында ҡатнашты.

София сығышҡа өс аҙна буйына әҙерләнде. Сочиҙа уның башҡорт балын 50 мең һумға уйнатыуы хәтерҙә ҡалған мәлдәрҙең береһе булды.

Һөҙөмтәлә София «Йәшлек һылыуҡайы» исемен яуланы.

Читайте нас: