Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Ноябрь 2020, 11:12

Италия йырсыһынан "Хәниә йыры"

Үҙҙәре вафат булһа ла, йыр-моңдары менән халыҡ араһында мәңге йәшәгән артистар була. Шуларҙың береһе - башҡорт һәм татар халҡының яратҡан йырсыларының береһе Хәниә Фәрхи.

Күптән түгел йырсының һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина менән Италияла йәшәп ижад иткән опера йырсыларының береһе Рәфис Хөснөтдинов бәйләнешкә ингән. Яҡташыбыҙ 1999 йылда уҡ уның апаһына бағышлап йыр сығарыуын һәм уны "Хәниә йыры" тип атап йөрөтөүен белдергән. Фирүзә Ибәтуллина Италия сәләмен "Бәйләнештә"ге "Хәниә Фәрхи. Мәңгелек хәтер" исемле төркөмгә ҡуйған.
"Ҡояшым, һинең йырҙарыңды кем генә һағынмай! Йәш быуын да, типһә тимер өҙөрлөк ир-егеттәр ҙә, ғүмер көҙөнә ингән оло быуын кешеһе лә. Һинең рухыңа бағышлап, йырҙар ижад итәләр, шиғырҙар яҙалар, йырҙарыңды өйрәнәләр, ҡыҙҙарына Хәниә тип исем дә ҡушалар. Апай, ҡәҙерлем, һинең туралағы иҫтәлектәр аша бик күп изге күңелле кешеләр менән таныштым. Был юлы мине һин үҙең иҫән саҡта уҡ яҙылған йыр эҙләп тапты. Италиялағы опера йырсыһы, яҡташыбыҙ Рәфис Хөснөтдинов менән интернет селтәре аша аралаштыҡ. Башҡортостандың һөйөклө яҙыусыһы, шағирәһе Дилә Булгакованың "Өҙгөлә-киҫкелә" шиғырына Рәфис көй яҙған".
"Өфөлә студент йылдарымда уҡ Хәниә Фәрхиҙең ижадына ғашиҡ инем. Дүрт көн буйына уның концертына барҙым. Шул рәүешле 1999 йылда Дилә Булгакова менән ошо йырҙы ижад иттек. Һуңыраҡ "Хәниә йыры" тип йөрөттөм мин уны", - тигән Рәфис Хөснөтдинов.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға осрашырға тура килмәй. Рәфис Хөснөтдинов сит илдәргә юллана, Хәниә Фәрхиҙең үҙ тамашасылары. Нисәмә йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, йыр тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Һуңлаһа ла...
Фото: "Интертат" сайтынан.
Читайте нас: