Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Ноябрь 2020, 17:46

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан

Иртәгә, йәғни 4 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә. Быйыл байрамға арналған саралар онлайн рәүештә үтеп, беҙҙең республика халҡын төрлө интернет-сараларҙа һәм флешмобтарҙа берләштерәсәк.

3 ноябрҙә мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары «Сәнғәт төнө» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Театрҙар, филармониялар, китапханалар һәм музейҙар онлайн-трансляциялар, онлайн-концерттар, виртуаль экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк. Тулы программа менән ошо һылтанма буйынса https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/316507/ танышырға була.

3-нән 8 ноябргә тиклем Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған «Ҙур этнографик диктант» халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы уҙа. Был сара www.miretno.ru сайтында барасаҡ.

4 ноябрҙә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ТikTok-тағы #Танцуютвсе Бөтә Рәсәй флешмобына ҡушыласаҡ. 2 – 4 ноябрҙә республикабыҙҙың милли-мәҙәни үҙәктәре – #ВкуснонациональноБашкортостан кулинар флешмобына. Тағы ла 2-һенән 4 ноябргә тиклем #Сильныеединые балалар һүрәттәр акцияһы уҙасаҡ.

Байрам уңайынан билдәле артистар, төрлө милләттән блогерҙар социаль селтәрҙәрҙә Мостай Кәримдең «Урыҫ түгелмен, ләкин Россиян мин» шиғырын уҡыясаҡ. Был сараны үткәреү ваҡыты – 2–4 ноябрь.

Унан тыш, мәҙәниәт министрлығының гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ, «Рәсәй – минең тарихым» тарихи парк менән берлектә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған онлайн «түңәрәк өҫтәл» ойошторасаҡ.

https://yanshishma.rbsmi.ru

Читайте нас: