Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Ноябрь 2020, 11:53

Кем Гран-при алыр һәм автомобилле булыр?

Өфөлә “Һылыуҡай-2020” Бөтә Рәсәй конкурсының финалында ҡатнашасаҡ ҡыҙҙар асыҡланды.

6 ноябрҙә Октябрьский ҡалаһында уҙған төбәк-ара “Һылыуҡай-2020” бәйгеһендә беҙҙең райондан Гөлнара Буранғолова ҡатнашты. Көньяҡ-көнбайыш зонаһының төрлө райондарынан килгән ҡыҙҙар төрлө бәйгеләрҙә һынау тотто. Унда яҡташыбыҙ, Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Гөлнара Вильмир ҡыҙы II урынға сыҡты.

Ә инде Өфөлә (7 ноябрҙә) бәйгенең икенсе турында быға тиклем Башҡортостандың туғыҙ зонаһында үткән бәйгеләрҙә Гран-при һәм беренсе урын яулаған ҡыҙҙар ҡатнашты.
Ярыштар һөҙөмтәһендә бәйгенең финалсылары асыҡланды. Бына улар:
  1. Шәүра Яхина (Сибай)
  2. Дилә Вәлеева (Мәләүез)
  3. Юлиә Абайдуллина (Силәбе өлкәһе)
  4. Эльвина Әхмәтова (Яңауыл районы)
  5. Наҙгөл Ғәлиуллина (Балаҡатай районы)
  6. Айгүзәл Исхаҡова (Борай районы)
  7. Ләйсән Шөғәйепова (Учалы районы)
  8. Зарина Вәлеева (Мәсетле районы)
  9. Розалина Ибраһимова (Көйөргәҙе районы).
  10. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй төбәктәрендә үткән һайлап алыу турҙарында еңгән ҡыҙҙар автоматик рәүештә бәйгенең финалына үтте. Улар:
    1. Аймара Нафиҡова (Силәбе өлкәһе)
    2. Гөлсирә Рәхимйәнова (Свердловск өлкәһе)
    3. Гүзәл Наҙарғолова (Пермь крайы)
    4. Линиза Солтанғужина (Ырымбур өлкәһе)
    5. Эльвира Шаһиәхмәтова (Һамар өлкәһе)
    6. Лилиә Арыҫланова (Татарстан Республикаһы)
    7. Диана Байназарова (Ленинград өлкәһе)
    8. Азалия Әмирова (Мәскәү өлкәһе)
    9. Регина Яҡупова (Ҡурған өлкәһе)
    10. Алтынгөл Бикташева (Ханты-Манси автономиялы округы)
    11. Линара Нурмөхәмәтова (Һарытау өлкәһе).
    12. Финалға үткән ҡыҙҙар өсөн хореография, вокал, актер оҫталығы, подуим хореографияһы, визаж буйынса белгестәр менән дәрестәр ойоштороласаҡ. Шулай уҡ костюм һайлауҙа ярҙам күрһәтеләсәк.
      Титул һәм таж хужабикәһен 3 декабрҙә беләсәкбеҙ. “Һылыуҡай–2020” Бөтә Рәсәй бәйгеһе еңеүсеһе автомобиль аласаҡ.
      Читайте нас: